+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
14 Ноябрь 2023, 12:00

Йылмайып-көлөп кенә

Дөйәнән һорағандар:— Ниңә һинең муйының ҡыйыш?Дөйә яуап биргән:— Бөтә эште үҙем эшләгәнгә. ***

Йылмайып-көлөп кенә
Йылмайып-көлөп кенә

Бер бәҙәүи яйлап ҡына сүл буйлап китеп бара ти. Селлә, ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, бәҙәүи шыбыр тиргә батҡан. Шул саҡ эргәһенән һыбайлы саптырып китеп бара ти. Бәҙәүи уны туҡтатҡан да һораған:
— Ниңә был тиклем сабаһың?
— Шәп сапҡанда елләп кенә бараһың, эҫе һиҙелмәй ҙә, — тигән.
Бәҙәүи дөйәһен ҡыуалай башлаған. Шулай елдереп кенә бара торғас, дөйәһе йығылған да үлгән.
Бәҙәүи дөйәне йәлләп:
— Туңып үлде меҫкен, — тигән ти.
***
Сүл буйлап дөйә китеп бара ти. Уға бер ир атланған. Алдынан пәрәнжәгә уранған ҡатыны атлай икән. Вәһәгә килеп еткәндәр. Унда бер ҡарт ултыра ти:
— Эй-й, Әхмәт, Изге Китап ҡатынды ирҙән алда йөрөтөргә ҡушмай бит. Ниңә ҡатыныңды арттан эйәртеп йөрөтмәйһең?
Ҡатыны уңайһыҙланып йәһәт кенә дөйә артына йәшенә һалған.
— Һы, Ҡөрьән яҙылғанда миналы яландар булмаған бит әле. Бар, Зөлфиә, алдан бар... тигән ти ире.

 

Автор:
Читайте нас: