+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
22 Ноябрь 2023, 14:00

Ауыл мәҙәктәре

«Умирать будешь»Бер урыҫ малайы район үҙәгендәге тирмәнгә бара. Унда кеше күп була, егетебеҙ үҙ сиратын еткереп, алып барған игенен он итеп тарттырып бөткәнсе, кис етә. Төнгә ҡарай юлға сығырға шөрләгән егет бер башҡорт инәйенә фатирға төшә. 

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

Әбей бик яҡшы булып сыға, тик русса ғына самалыраҡ һупалай икән. Юлсыны ашата, эсерә лә, йоҡларға урын әҙерләп бирә. Үҙе бер туҡтауһыҙ: «Улым, ятҡас та умирать будешь, ятҡас та умирать будешь», – тип һөйләнә, ти. Йәнәһе лә, бик ныҡ арығанһың, үле кеүек йоҡларһың. Ә егет, йоҡлап киткәс, әбей мине үлтерергә уйлай бит, тип төнө буйы керпек тә ҡаҡмай.

«Кошмар апа»

Әхәт өйләнә алмай йөрөгән дуҫын бер ҡыҙ менән таныштырыр­ға була. ҡупшы итеп кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп, егеттәр ҡыҙҙы күрергә китә. Барһалар, уныһы өйҙә булмай сыға. Дуҫтарға уның эштән ҡайтҡанын бик оҙаҡ көтөргә тура килә.
Буйҙаҡ егет, бик ныҡ тулҡынланып, буласаҡ кәләш менән осрашыуҙы көтә. ҡыҙ ҡайтып ингәс, уның төҫкә бик сибәр түгеллеген күргән егетебеҙ: «Әхәт, әйҙә ҡайтайыҡ, кошмар апа бит был», – тип дуҫын һөйрәкләй башлай.

«Бәлки, ашармын»

Бер кейәү ҡәйнәһе менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Хужабикә ҡунаҡтар алдына төрлө тәмле ризыҡтарын сығарып теҙә башлай. Кейәү кеше бик ашамһаҡ була, уның был ғәҙәтен белгән ҡәйнәһе, хужалар алдында ҡыҙарыр­ға тура килмәһен тип, кейәүе алдына ҡуйылған һәр ризыҡты ситкә ала бара икән, үҙе бер туҡтауһыҙ: «Беҙҙең кейәү быны ашамай», – тип һөйләнә, ти.
Кейәү кеше, ныҡ асыҡҡан булһа ла, түҙеп ултыра бирә икән.
Өҫтәл артындағылар ашап туйып, хуш итеп бөткәс, түҙмәгән был: «Туҡтап тор әле, ҡәйнәм, ашамаһам да, ашап ҡарайым әле, бәлки, ашармын», – тип, ашарға тотонған.
Ул кейәүҙең һүҙе лаҡап булып ҡалды. Хәҙер берәйһе табынға саҡырһа, ашамаһам да, ашап ҡарайым әле, бәлки, ашармын, тип көләбеҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

 

Автор:
Читайте нас: