+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
24 Ноябрь 2023, 17:00

БУЯУСЫ

Хужа Насретдин кейем буяу оҫтаханаһы асҡан, ти. Уға бер кеше буҫтау алып килгән.– Хужа, ошо буҫтауҙы буяп бир әле, – тигән, ти, был кеше.– Ниндәй төҫкә? – тип һораған Хужа.– Донъяла булмаған төҫкә буя.

БУЯУСЫ
БУЯУСЫ

– Булмаған төҫкә нисек буяйһың инде уны?
– Ҡыҙыл да, ҡара ла, зәңгәр ҙә, йәшел дә, һары ла, аҡ та булмаһын. Төшөндөңмө?
– Төшөндөм. Һин теләгән төҫкә буярмын, – тигән Хужа.
– Алырға ҡасан киләйем?
– Алырға шундай көндә кил: ул көн дүшәмбе лә, шишәмбе лә, шаршамбы ла, кесаҙна ла, йома ла, шәмбе лә, йәкшәмбе лә булмаһын, – тип яуап биргән Хужа.

Фото: https://storage.picsave.pp.ua/view/0/1321/original

Автор:
Читайте нас: