+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
25 Ноябрь 2023, 10:00

Әҙ-мәҙ мәҙәк

Гараж – ирҙәрҙең ҡатындары игәүенән йәшенеү урыны.***Әгәр йома кис ирең иртәгә иртән биш кенә минутҡа гаражға барып киләм тиһә, кискелеккә театрға йә киноға барырға һөйләшкәнегеҙҙе онотһаң да була. (Ҡатындар ҡолағына).

Әҙ-мәҙ мәҙәк
Әҙ-мәҙ мәҙәк

***

Травматологияла ике ир һөйләшә:
- Был тиклем итеп ҡайҙа имгәндегеҙ?
- Гаражға бәрелдем.
- Машинағыҙ бигерәк ныҡ ҡыйралғандыр инде?
- Юҡ, мин йәйәү инем.

***

Ир менән ҡатын өй эргәһендә аптырауға ҡалған. Күршеләре ни булды тип һораша.
- Мәхшәр! Гараж асҡысын фатирҙа онотоп ҡалдырғанбыҙ, фатир асҡысы - машинала, машина - гаражда...

***

Ҡатыным гаражыбыҙҙы үҙенсә йыйыштырып ҡуйырға булды. Йыйыштырҙы. Рәхмәт йөҙөнән мин уның яҙға әҙерләгән орлоҡтарын тәртипкә килтерҙем: бөтәһенең дә ҡаптарын асып, бер банкаға бушаттым.

Автор:
Читайте нас: