+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Ноябрь 2023, 10:00

Мәҙәктәр

– Донъялағы иң хәүефһеҙ метро Өфөлә.– Унда метро юҡсы ул.– Шуға хәүефһеҙ ҙә инде!***

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр

Вузға уҡырға инер өсөн уҡырға, уҡырға һәм тағы ла аҡсалы булырға кәрәк.
***
Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәтендә хеҙмәт романдары булмай, сөнки бөтә ерҙә лә туған-тыумаса эшләй.
***
Ныҡ туҡ кеше сәйәсәтте тикшермәй. Ул диңгеҙҙә ял итә.
***
– Ни өсөн бизнеста дуҫтар юҡ?
– Ни эшләп булмаһын ти, бар, тик бәхетһеҙлек буйынса дуҫтар улар.
***
Күңелем шампан менән ананас теләй, ә организм араҡы һәм ҡыяр таптыра.
***
– Ҡарағыҙ әле, беҙҙә матбуғат секретарҙары шул тиклем күп! Һәр ойошмала тиерлек. Уларҙы ҡыҫҡартырға кәрәк!
– Ҡыҫҡартмайыраҡ тор әле, яҙа ла, һөйләшә лә белмәгән начальниктар һәм директорҙар матбуғат секретарҙарынан башҡа бер нәмә лә эшләй алмай.
***
Ҡара йома. 50 процент ташлама: военкоматҡа кил һәм ярты мөҙҙәт хеҙмәт ит.

Автор:
Читайте нас: