+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
4 Декабрь 2023, 15:00

"Һәнәк" көлдөрә

ПАРИЖ УРАМЫНДА – Хәйер һорау оят түгелме һеҙгә?! – ти бер ханым, хәйерсене ғәрләндермәксе булып.– Һеҙ хаҡлы, мадам, – ти теләнсе. – Беҙгә хәйер йыйыу контораһы асырға күптән ваҡыт. ч

"Һәнәк" көлдөрә
"Һәнәк" көлдөрә

ЙӘШЕРЕН БҮЛЕК

Разведка идаралығы начальнигы, бүлмә һайын инеп, үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән танышып йөрөй:

– Ә һеҙ кем? – тип һорай ул бер хеҙмәткәрҙән.– Беҙҙең бүлек үтә йәшерен эш башҡара. Шуға күрә мин үҙемдең кем булыуымды ла, нимә менән шөғөлләнеүемде лә белмәйем.

ЯҢЫ МАШИНА
 
– Минең атайым яңы машина һатып алған, – тип маҡтана кескәй Пеппино үҙенең дуҫтарына.
– Ә ҡайҙа ул?
– Гаражда. Атайым төнө буйы уны икенсе төҫкә буяны һәм номерын алмаштырҙы.
 
***
– Хәҙер һеҙгә таблеткалар яҙып бирәм, ашағандан һуң көнөнә биш тапҡыр эсерһегеҙ.
– Доктор, ә мин ул тиклем ри­зыҡты ҡайҙан алырмын икән?
 
***
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ре­монтлаусыларға ысын күңел­дән ғүмерҙәре буйына тик ямаулы ойоҡбаштар ғына ке­йеүҙәрен теләйем.
 
***
 
Телевизорҙан реклама ҡа­райһың – унда журналға реклама бирәләр. Журнал һатып алаһың – ә унда магазин рек­ламаһы. Магазинға бараһың – ә унда телевизор һаталар. Телевизор һатып алаһың, тоҡан­дыраһың – ә унда йәнә ошо уҡ журналға реклама. Был ни һуң?!
 
 
Автор:
Читайте нас: