+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Декабрь 2023, 09:00

БЕЛМӘЙЕМ УЛ КИНГ-КОНГТЫ!

Ҡалала йәшәүсе ҡустым яңы урындан өй һатып алған да, шатлығын уртаҡлашыу йәһәтенән, туғандарын өй туйларға саҡырмаҡ булып, ауылға шылтырата. Телефонды өләсәһе ала:– Эйе, тыңлайым!.. Ә?.. Нәмә тиһең?..

БЕЛМӘЙЕМ УЛ  КИНГ-КОНГТЫ!
БЕЛМӘЙЕМ УЛ КИНГ-КОНГТЫ!

Ишетеп етмәйемсе!.. Ҡайҙа тиһең?.. Әй, юҡ! Белмәйем ул Кинг-Конгты!
– ...
Аҙаҡтан аңлашылыуынса, ҡустым өләсәһенә өйөнөң ҡалалағы кемпинг янында булыуын аңлатып маташҡан икән.

"КЕЙӘҮҘЕҢ АРТЫНА ТЫҠ"

Был хәл бесән өмәһендә булды. Кисен кәрәк-яраҡты йыйнап, ҡайтырға йөрөйбөҙ. Ир-ат эш ҡоралдарын, ҡатын-ҡыҙ һауыт-һаба теүәлләй. Еңгәләрҙең береһе "бынау ҡаҙанды ҡайҙа итергә икән?" тип һорағас, атайым "уны, ана, кейәүҙең артына тыҡ" тине. Беҙ быны үҙебеҙсә аңлап, урман яңғыратып көлөп ебәрҙек, атай беҙгә ғәжәпләнеп ҡарап ҡуйҙы. Ул ҡаҙанды кейәүенең машинаһының артҡы багажнигына һалырға ҡушҡан ине.

КЕМГӘ НИМӘ

Телефон аша ике апайым һөйләшә:
– Һөйөнсө! Һеңлеңдең бөгөн ҡыҙы тыуҙы!
– Шулаймы ни?.. Бына минең дә бөгөн һыйырым быҙауланы...

И. САФИУЛЛИН.

Автор:
Читайте нас: