+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
10 Декабрь 2023, 10:00

ДЕПУТАТТАР

(Уймаҡ хикәйә) Һуғыштан аҙаҡҡы йылдарҙа тәүге депутаттарҙы һайланылар. Ике ауылға бер депутат булып район советына Шәрифә апай үтте. Бик тырыш, алдынғы һауынсы ине ул.

ДЕПУТАТТАР
ДЕПУТАТТАР

Тәүге сессияға район үҙәгенә саҡырҙылар. Шәрифә апай оҙон сәсәкле ебәк шәлен ябынып, бик ашҡынып йөрәкһеп китте. Етмәһә, уны атҡа ултыртып ебәрҙеләр, ғүмерҙә улай булмай торғайны. Ике көндән апайыбыҙ ҡайтып та төштө. Ял итеп тә тормай, киске һауынға фермаһына килеп тә етте.
Уны шунда уҡ хеҙмәттәштәре, әхирәттәре уратып алдылар:
— Йә, һөйлә лә, йә, һөйлә! Ни булды ла, ни булды?
Апай күп уйлап торманы:
—Эй, унда кейенешеп, биҙәнешеп, яһанышып килгәндәр.
Ашханаға барғайныҡ, төрлөһөнән алып ашайҙар, һыйланалар.
— Юҡ, юҡ, — ти бер ир шунда мыҫҡыл менәнерәк, — ни һөйләнеләр, нимәләр хәл иттегеҙ? Шул кәрәк беҙгә.
Шәрифә апай юғалыбыраҡ ҡалды:
— Әллә, һөйләнеләр инде шунда, кеше ҡул күтәргәндә, мин дә күтәрҙем дә ҡуйҙым. Нимә булғандыр инде?
...Хәҙерге депутаттар үтә белемле лә, сикһеҙ ҡыйыу ҙа. Ялҡынлы телмәрҙәр тоталар, бер-береһенең яғаларына уҡ барып йәбешәләр. Ә район депутаты Шәрифә апайҙан ни артыҡлыҡтары, ни файҙалары бар һуң инде?...

Зиннур УРАҠСИН.

Фото: vk.com

Автор:
Читайте нас: