+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Ғинуар , 13:00

Мәҙәктәр

Бер ир бармаҡтарын бөгә-бөгә, ғинуар, февраль, апрель тип hанап, ҡышҡылыҡҡа малдарына бесән етерлекме-юҡмы икәнен тикшерә. Быны ишетеп торған улы:– Атай, hин бит мартты төшөрөп ҡалдырҙың, – ти.Атаhы, бик ныҡ асыуланып, улының ҡолағынан эләктереп ала:– Ҡыҫылмаhаң булмаймы? Бына хәҙер hинең арҡала малдарға ҡыш бесән етмәйәсәк. ***

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр

Ике ир осраша.
– Ғаиләң, балалар нисек?
– Лутсы һорама!
– Нимә, әллә бик насармы?
– Кисә өлкән улым мәктәптән эсеп ҡайтты... Бөгөн эштән һуң мәктәбенә барам...
– Һиңә лә ҡойорҙар тип уйлайһыңмы әллә?
***
Домофон ватылды. Мастерҙы өс тапҡыр саҡырҙым, һуңынан миңә, өс тапҡыр уға ишек асмағанһығыҙ, тинеләр.
***
Хәҙер йәштәр элекке һымаҡ түгел, тиҙәр. Һуң әбейҙәр ҙә әүәлге түгел инде. Ойоҡбаш бәйләмәйҙәр, бәлеш бешермәйҙәр – интернетта ултыралар.
***
Һинд киноһын ҡараған һайын үҙемә һорау бирәм: Һиндостанда игеҙәк балаларҙы айырыу – хоббимы әллә унда шундай йола бармы икән?

Автор:
Читайте нас: