+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
18 Ғинуар , 10:00

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Рафиҡ бер  урында оҙаҡ эшләмәне: йә һөнәрен оҡшатманы, йә төрлө хилафлыҡтары өсөн ҡыуҙылар, йәки ҡыуылғансы үҙе китте.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Ҡырҡҡа еткәс тә “Рафиҡ” булып ҡалған Рафиҡ йәшелсә складына йөксе булып эшкә керергә килде. Хужа уның хеҙмәт кенәгәһен иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, счетта ниҙер иҫәпләне лә: “Ҡырыҡ өсөнсө эшкә кереп, етмешенсе һөнәр үҙләштермәксеһең икән”, — тине.

— Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, иптәш мөдир, — тип яуап бирҙе Рафиҡ эре генә.

Ғ.Ғатауллин.

Фото: dzen.ru

Автор:
Читайте нас: