+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
22 Февраль , 16:00

Кем булырға?

Иртән уянғас телеви­зор­ҙан яңылыҡтар тыңларға, ҡу­лыма гәзит алып донья хәл­дәре тураһында уҡырға яратам.«Донъя көрсөгө арҡаһында бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙе яңынан 20 процент ҡыҫҡартыу көтөлә».«Юлбарыҫтар аҙ ҡалыу сәбәпле, уларҙы ҡурсалау маҡсатында, бюджеттан 450 миллион һум аҡса бүленде».

Кем булырға?
Кем булырға?

«Яңы өйләнеүселәр, торлаҡ йорттары булмау сәбәпле, кеше тупһаһында йәшәргә мәжбүр».
«… ҡалаһында хужаһыҙ эттәр күбәйҙе. Улар­ға приют булдырылып, хөкүмәт ҡаҙ­наһынан 700 миллион һум аҡса сарыф итеү көтөлә».
«Өйһөҙ теләһә ҡайҙа йәшәүсе берәҙәк­тәр­ҙе ҡаланан ситкә ҡыуырға фарман бирелде».
«… бағымсы булмау сә­бәпле ҡарттар йорто ябылды».
«Берәҙәк эттәр өйөрө пенсионерканы талаған. Ул яралар менән дауаханаға оҙатылған».
«Хужаһыҙ эттәр йәш кешегә ябырылған. Ул юғалып ҡалмаған, иң агрессив этте һуғып үлтергән. Уны хайуандарға хайуандарса мөнәсәбәт өсөн суд көтә».
«Бер гражданинды, паспорты булмау сәбәпле, балаһы менән поездан ҡола яланда төшөрөп ҡалдырғандар».
«Проводница вагон буйлап хужаһыҙ йөрөгән бесәйҙе төшөрөп ҡалдырған. Хәҙер уны эштән сығарыу тураһында һүҙ бара».
Мин әйтәм, паспортҡа «хайуан» тигән штамп һуҡтырып алабыҙмы? Ул саҡта, исмаһам, хөкүмәт ҡанаты аҫтында һин дә мин рәхәтләнеп йәшә-ә-ә-ә-әй бирер инек.

Сәлих ВАҺАПОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: