+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
29 Февраль , 17:00

“Тишеге лә юҡ булған”

Ҡартәсәһе ейәнсәренә ике һағыҙ алырлыҡ аҡса бирә лә:– Береһе апайыңа, – тип әйтә. Әлиә тиҙ генә магазиндан ике һағыҙ һатып ала ла, әрсей һалып, ауыҙына ҡаба. Апаһы мәктәптән ҡайтҡас, ҡартәсәһе:– Апайыңдың һағыҙын бир, – ти.– Пальтомдың тишек кеҫәһенән төшөп ҡалған, – ти Әлиә. Ҡартәсәһе:– Алып кил, ҡыҙым, кеҫәһен тегәйем, – ти. Әлиә кеҫәһен әйләндерә лә:– Тишеге лә юҡ булған, – ти.

“Тишеге лә юҡ булған”
“Тишеге лә юҡ булған”

“Мөстәндә – ямғыр...”

Бер ағайҙың бесәнлеге Мөстән тигән ерҙә икән.
Бер көндө иртәнсәк бесәнгә китер алдынан быларҙың ғаиләһе сәй эсеп, радио тыңлап ултыра. Синоптиктар мәғлүмәтендә “местами дожди” тигәнде ишеткәс, был ағай: “Тағын Мөстәндә ямғыр, бөгөн тағы бесәнгә барып булмай икән”, – тигән.

“Әтәс урыҫса нисек атала?”

Һуғыштан һуң ил буйынса ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Унда һәр ауылда заманына күрә алдынғы ҡарашлы кешеләр, йыш ҡына фронтовиктар әүҙем ҡатнаша. Бер ауылда иҫәп алыусы итеп һуғышта ҡатнашҡан, әммә урыҫсаһы самалы булған ағайҙы тәғәйенләгәндәр. Ул йорттар буйлап йөрөй, кәртә-ҡураны ҡараштырып, мал-тыуар, ҡош-ҡортто иҫәпләй ҙә ҡағыҙҙарын тултыра башлай. “Бер һыйыр” ти ҙә ҡағыҙына “Один корова”, “Ике һарыҡ” – “Два овца” тип яҙып ҡуя икән. “Бер әтәс” тигән дә, бер аҙ аптырап ултырғандан һуң “Один куриный жеребец” тип яҙып ҡуйған.

Урыҫса белгәс ни

Был элегерәк булған хәл. Ул ваҡытта Ҡарамалы ауылы ерҙәре хәҙерге Урғаҙа, Урал бүлексәһенә тиклем булған. Ошо ауылдан бер ырыу Урал йылғаһы буйында бесән сапҡан. Бер мәл быларҙың сәй эсергә алып барған һөттәре бөткән. Араларында шаян, әңгәмәсел Әхмәт ағай булған. “Бар, Зиннәтулла ҡустым, йылға аръяғындағы урыҫтан һөт һорап кил”, – тип, араларындағы бер ағайға тимер күнәк биргән. Ә Зиннәт ағай “дай”, “надо” тигәндән башҡа урыҫса бер һүҙ белмәгән. Барып еткән был теге урыҫ янына. Барып еткән дә, ни әйтергә белмәй, аптырап ҡалған. Шунан, бер таяҡ алып, күнәк төбөнә һуға-һуға, урыҫты уратып йөрөй башлаған. Күнәккә һуҡҡан һайын: “Дың-дың нады, гөбөр-гөбөр нады, дүрт имсәк нады”, – тип һамаҡлай икән. Шунан, ике бармағын маңлайына ҡуйып: “Мөк-мөк нады”, – тип әйткән дә күнәкте урыҫ алдына ҡуйған. Тәүҙә урыҫ: “Был ниндәй әҙәм, әллә алйығанмы икән?” – тип, аптырап торған. Күнәкте алдына ҡуйғас ҡына аңлап ҡалған. Шулай итеп, һөт һорап алып ҡайтҡан, ти, Зиннәт ағай.
– Һай-й, уңған да инде Зиннәт ҡусты! Урыҫса белгәс ни, урыҫтан һөт алған, – тип ҡаршылаған Әхмәт ағай.
– Ә кәкже! – тигән булды, ти, Зиннәт.

“Рубль сорок”

Беҙҙең Шүлкә ауылы урыҫ ауылына яҡын урынлашҡан. Араһы ни бары ете саҡрым самаһы ғына. Урыҫтар менән башҡорттар дуҫ булып, ҡатышып йәшәгән. Беҙҙең ауыл халҡы уларҙы “белеш” йәки “знакум” тип йөрөткән. Алыш-биреш иткәндәр: урыҫтар Шүлкә ауылына килеп, кишер, һуған, картуф һатҡан, башҡорттарҙан май, ҡорот ала торған булған. Ғөмүмән, үҙ-ара бик татыу йәшәгәндәр.
Бер көндө инәйемә бер мәрйә килеп:
– У вас масло есть? – тип һораған. Инәйем:
– Есть, есть, – ти икән. Мәрйә:
– Сколько стоит? – тигән.
Инәйем, урыҫса белмәгәс:
– Бер һум да ҡырҡ тин, – тигән башҡортсалап.
Ә мәрйә бер аҙ башҡортса һупалаған булғандыр инде:
– А-а-а, рубль сорок, – ти икән.
Шунан инәйем тегегә ҡарап торған да:
– Юҡ-юҡ, урыҡ-һурыҡ һатмайым, бер ыңғай ғына һатам, – тип, майын бирмәй, мәрйәне йәһәтләп сығарып ебәргән.

https://ye102.ru/articles/litra/2013-07-19/k-l-m-st-r-la-aptar-m-bashynan-tk-n-y-y-h-ld-r-529367

Автор:
Читайте нас: