***
– Табип, һеҙҙең ябыҡтыра торған алма диетаһы ярҙам итмәй.
– Ә алманы йыуаһығыҙмы?
– Әлбиттә.
– Йыумай ашап ҡарағыҙ.
***
Һөйгәнегеҙҙең ҡулын һорап, ризалығын алһағыҙ, бергә йәшәй башлағас, ул ҡулды гел кеҫәгеҙҙә тойорһоғоҙ.
***
Улы менән йөрөргә сыҡҡан ҡатын бер таныш апайын осрата. Апай балаға кәнфит тоттора. Бала тиҙ генә кәнфитте эләктерә лә, ҡағыҙын сисеп, ашап та ҡуя. Әсәһе:
– Улым, апайға нимә тиергә кәрәк?
– Тағы бир! – ти малай.
***
Туп уйнаған балалар, туп тейҙереп, тәҙрә вата. Тәрбиәсе килә:
– Тәҙрәне кем ватты??
Бер кем дә өндәшмәй.
– Ҡабатлап һорайым: кем ватты?
Балалар һаман өндәшмәй.
– Өсөнсө тапҡыр һорайым: тәҙрәне кем ватты???
Ниһайәт, бер малай телгә килә:
– Сания Сабитовна, ярай, дүртенсе тапҡыр һорағыҙ!
***
Һигеҙ йәшлек Әмир кино ҡарарға ярата. Кинотеатрға килә, үҙенә оҡшаған фильмды һайлап, кассаға бара:
– Анау фильмға билет нисә тәңкә?
– Йөҙ һум, – ти кассир.
– Эх, минең илле һум ғына шул, – тип көрһөнә Әмир, – ә һыңар күҙ менән генә ҡараһам буламы?