Әллә иртәрәк килдекме, әллә башҡа сәбәпме, ҡапмай бит был шамбы. Әмәлгә ҡалғандай, күрше генә йәшәгән кейәүем килеп сыҡҡан ине, иптәшемдең хәҙер ҡаба башлай тийеүенә ҡарамай, һылтау табып тайҙым тиҙерәк. Миндә электән дә балыҡсы тыуа алмай ыҙалана ул.
Икенсе көн һыу алайым тип йылғаға төшһәм, баяғы, балыҡсының атаһы йөрөй ҡармаҡлап. Кисә улың менән шамбыға сыҡҡан инек, мин ҡайтып киттем, тота алдымы шул, тип һорайым. Эйе, бармаҡ башындай ике шамбы алған, ти. Эсемә йылы йүгерҙе, әһә, мәйтәм, исмаһам, ҡайтып киттең тип шелтәләмәҫ тап булышһаҡ. Эшемде теүәлләп утын ярырға сыҡһам өй алдына, бына килә теге балыҡсы дуҫым. "Эх, дуҫҡай, бушҡа ҡайтып киттең, ҡараңғы төшөүгә алты шамбы алдым", ти беләге буйы күрһәтеп. "Йәл, әлбиттә, әллә нишләп ҡайттым да киттем шул, бер-икәүһен бирер инең бит инде миңә". "Ни эшләп бирмәй ти, балыҡсылар һаран булмай ул", – тегенең яуабы. Хушлашып, яурынға бер һуғып китеп барҙы дуҫым, әммә был тарихтың аҙағы бөтмәгән булған икән әле. Сәғәт-сәғәт ярымдан тағы күренде был, байтаҡ ҡына “ҡырын тейәп”. Күрәһең, был беҙҙең тәүге осрашыуҙы онотҡан, тағы ябырылды был шелтә менән: "Юҡ, балыҡсы сыҡмай һинән, сыҙамлылыҡ юҡ һиндә! Кисә бынауындай туғыҙ шамбы алып ҡайттым", – ти ҡул буйы күрһәтеп. Шулай итеп, үҙемдең сыҙамһыҙлығым арҡаһында, нисәмә балыҡтан ҡолаҡ ҡаҡтым. Дуҫым һаран түгел, әлбиттә, бирер ине.
"ҺИН ИКӘНҺЕҢ..."
Һеңлебеҙ кисләтеп кенә, бысранмайым, машиналарҙың һыу сәсрәтеүенә эләкмәйем, тип һаҡ атлап эштән ҡайтып килә икән. Күпергә етеүенә, эргәһенә арбалы мотоцикл килеп туҡтай. Һеңлекәш, сос кеше, һоп – артҡа ултырып та ала. Тимер ат ажғырып алға ынтыла, тик мотоциклист ниңәлер һеңлемдәргә барып етмәй, үҙ ҡапҡаһы алдына туҡтай. Шунда ғына ул артында пассажир барлығын шәйләп ҡала. "Ә-ә-ә, һин икәнһең дә", – ти ул аптырап. Баҡһаң, мотоцикл күпер алдында ҡаршы килгән техниканы үткәрер өсөн туҡтаған булған, ә йәйәүле был хәлде үҙенсә аңлаған.
Әхәт ИШБУЛАТОВ.