Банк директоры сер итеп кенә дуҫына әйтә:
– Доктор миңә мөмкин тиклем тиҙерәк сит илгә китергә ҡушты.
– Ә ул медицина докторымы әллә юридик фәндәр докторымы?
***
Был донъяла шул тиклем оҙаҡ йәшәйем, хатта магазинда ҡайтарманы шырпы менән биргәндәрен дә кисерергә тура килгәйне.
***
Дәүләттең хыялы – һалымдарын теүәл түләп барған, пенсияға сыҡҡан көндә үк йән биргән, сәләмәт, бай граждан.
***
Тыуған көнөм – 1 июль. Дәүләт мине йыл һайын газға, һыуға, электрға хаҡтарҙы арттырып ҡотлай.
***
– Айына нисә тапҡыр эсәһең?
– Айҙа нисә көн булыуына ҡарап инде, ҡайһы берҙә – 30, ҡайһы берҙә 31 тапҡыр.