- Һыуытҡыста насар еҫ булһа, уны йыуып алғандан һуң, эсенә киптерелгән кофе төпрәһе һалынған тоҡсай ҡуйығыҙ. Уны иҫке-моҫҡо кейем еҫе килгән шкафҡа ла ҡуйырға мөмкин.
- Микротулҡынлы мейестән насар еҫ килһә, кәсәгә һыу ҡойоп, бер нисә киҫәк лимон, бер нисә ҡәнәфер һалып, уны ҡабыҙығыҙ. Һыу ҡайнай башлау менән һүндерегеҙ һәм һыуҙы һыуынғансы унда тотоғоҙ.
- Ағас таҡталар ҙа төрлө еҫте һеңдереп кенә бара. Уларҙы бөтөрөү өсөн өҫтөн лимон, тоҙ йәки сода менән ышҡып йыуып, ҡоротҡансы һөртөп киптерегеҙ.