Ә туй август аҙағында. Хәҙер туйҙарға ҡалын конверт тотоп баралар, хатта алдан нисә меңәрҙән һалырға тип әйтеп ҡуйғандарын ла бар, төрлө конкурстар үткәреп йәштәргә аҡса йыялар. Саманан арттырып ебәрәләр ҡайһы саҡ. Әҙерәк төшөрөп алған ҡунаҡтар сумарт була бит инде. Әгәр мөмкинлек булһа, әлбиттә, күпме теләйһең ташлайһың инде, шулай ҙа "скромныйыраҡ" туғандар ҙа була бит инде. Нишләптер шул хәҙерге туйҙарҙың ҡайһылары күберәк аҡса йыйып алыу маҡсаты менән үткәрелгән кеүек. Интернет селтәрендә лә йыш осрай бит, бер торт киҫәген әллә нисә меңгә алған, бауырһағы шунса меңгә һатылған...
Беҙҙең туй ябайыраҡ заманға тура килде, Аллаһҡа шөкөр. Бүләкте лә кеше бик үк аҡса менән бирмәне. Туйға төшкән иң ҡиммәтле бүләк ҡайнымдарҙыҡы булды. Бөтә мөлкәт һәм әбей менән бабай. Әммә ул мөлкәтте тоттороп ҡуйманылар, аҙым һайын, әйләнгән һайын, донъя уларҙыҡы икәнен иҫкәртеп торҙолар. Беҙ дәғүә лә итмәнек. Әсәйемдәр бер баш һыйыр һәм аҡса һалды. Ул һыйыр ҡара-ала төҫтән ине. Черно-белый. Аҙаҡтан Гөлфирә апайым әсәйгә:" Минең туйға ла ҡара һыйыр, Зөлфирәгә лә ҡара һыйыр, Тәнзиләгә аҡтан биреп ҡара, уға ла ҡара һыйыр бирәһең, "- тип көлдөргәйне. Ул ҡара һыйыр ныҡ аҡыллы, һөтлөкәс булды. Көтөүҙең иң башында килер ине, туп-тура ҡайтып инер ине, ҡайтмай ҡасып йөрөмәне. Шунда ла ҡайным:" Килендең ошо һыйыры үҙе шикелле аҡайта ҡарап, алаңлап, "- тип яратмай торғайны. Үҙҙәренең һыйырҙары быуаҙ булһа ла забор аша һикереп ҡасып сығып китә, шунда ла һәйбәт. Бер нимәгә йәне көйһә, Рәмис:" Һыйырыңдың ҡойроғона һандығыңды бәйләп ҡайтарып ебәргәс әле, "- ти торғайны.
Туйға тағы мантышница төштө. Кемдәр биргәнен дә иҫләйем, Аллаһҡа шөкөр, һаман тотонам. Минең менән ҡуша йәмшәйеп, һарғайып, ҡартайып бөттө. Яңынан алырға иҫкә лә төшмәй. Нисә тапҡыр, нисә кешегә манты бешерҙе инде ул. Быйыл 19 йыл хеҙмәт стажы баяғының.
Тағы сәғәт һалғайнылар. Икәүҙе. Береһен үткән аҙнала, усаҡлыҡ таҙалағанда, кәрәкмәгән ҡый-ғыпыр менән ҡуша түгеп ҡуйҙым. Эшләп тора ине ул, ошо аҙаҡҡы осор стрелкаһы тауға ҡарай менә алмай башланы, кире әйләнеп килә лә төшә. Тоже 19 йыл торҙо инде. Быялаһы ярылып, ҡағыҙы ғына тороп ҡалһа ла ташларға жалко ине.
Ике юрған төштө бүләккә. Уларын балалар бәләкәй саҡта туҙҙырҙыҡ. Шулай ҙа береһенән бейем буй юрған тегеп һалғайны, яңыраҡ ташланыҡ. Һөйрәп йөрөп тотондоҡ инде. Сифаты булған барыбер әйберҙәрҙең. Төҫтәре уңмай, үҙҙәре туҙмай.
Унда тағы сервиздар... Бер нимәгә тотоноп булмаған сервиздар булды бит бер заман, мода. Улар шул стенкала торҙо ла торҙо инде, саң йыйып. Иҙән йыуып, өй таҙалаған һайын шуларҙы һөртөп, кире ултыртып ваҡыт үтә ине. Элек Рәмистәрҙең магазины булды. Шунда бейем бер ят ҡына сервиз алып ҡайтҡайны. Берәүҙәр инеп, юбилейғамы, тыуған көнгәме тип, шул сервизды алып киттеләр. Шул юбилейы булған кеше беҙҙең туйҙа булғайны, коробкаһын да алыштырмай шул сервизды кире беҙҙең туйға тотоп килгәйне. Бейем эй ҡыуанғайны, теге матур сервиз кире ҡайтты, тип. Ул туйға төшкән сервиздар әле лә ултыра келәттә. Ташлауы йәлке, кәрәге юҡ, аптыраҡ.
Мөлкәт, әбей, бабай, һыйыр, посуда кеүек затлы бүләктәрҙән тыш тағы алты һарыҡ, бер оя өйрәк, ике ҡаҙ бүләк иттеләр. Живи— не хочу. Донъя көтөп алып китеү өсөн бөтәһе лә бар. Ә теге ун ете мең аҡса тураһында яҙҙым бит инде. Туй үтеп киткәйне, ҡайным аҡсаны һалып алды ла, магазинға продукты тейәп ҡайтты ла ҡуйҙы ла инде. Туйға киткән продуктыны окупать иткән. Ә беҙ шулай тейеш тип ҡабул иткәнбеҙҙер инде.
Беҙ өйләнешкән ваҡытта "свадебное путешествие" тигән нәмә лә бик популяр түгел ине. Бәлки булмағандыр ҙа инде. Кинонан ғына ҡарап белә инек, әммә үҙ тәжрибәбеҙҙә ҡулланманыҡ. Популяр булһа ла беҙҙе ебәрмәҫтәр ине. 27,28 август мин уже ҡайныма эйәреп Ҡыпсаҡ мәктәбенә эшкә урынлаша килдем, Рәмис ферма тота ине. Сәйәхәт ҡайғыһы ла булмағандыр инде.
Мәһәргә ике мең аҡса һәм бер күлдәк булғайны. Хәҙер ауыҙ асып һүҙ әйтеп булмай, Рәмис, молчи, женщина, мин һине целый ике мең түләп һатып алдым, тип ауыҙҙы яптыра. Ҡәҙимге ҡиммәт кенә булғанмын әле ул.
Шикарный туйҙар яһап та йәшәй алмағандар бар, ябай ғына бата менән алтын туйға еткәндәр бар.
Мәһәрҙә лә, бүләктә лә эш түгел, иң мөһиме — бергә-бергә, татыу-татлы, матур итеп йәшәү. Бер-береңә терәк булыу, аңлау, тыңлау, хөрмәт итеү, ауырлыҡтарҙы бергә еңеү, ҡыуаныстарҙы бергә үтеү, балаларҙы иңгә-иң терәшеп аяҡҡа баҫтырыу. Бөтәгеҙгә лә шуны теләйем. Амин.
Пысы. Фотола минең аяҡ кейеме башымдан ҙур.
Сығанаҡ: https://vk.com/public218857238