Нуриман ағайҙың парткомдары
Колхоздарға рәйестәрҙе, партком секретарҙарын сит яҡтарҙан алып килеп ҡуялар ине. Исем өсөн генә ҡул күтәреп һайлаталар. Беҙҙең колхозды ла ошондай тәғәйенләүҙәр урап үтмәне. Хужалар килеп торҙо, үҙе лә партком ағзаһы булған Нуриман ағай һәр береһенә килешле ҡушамат таға ине.
Шулай Байым яғынан килгән, төҫкә ҡарараҡ, йөҙө быжыр, гелән ялбыр бүрек кейеп, ат менеп йөрөргә яратҡан бер партком секретарына Нуриман ағай «Ҡүҙыйкүрпәс» тигән ҡушамат таҡты.
Икенсе бер партком «Мотогонщик» ҡушаматын алды. Сөнки ул үҙенә беркетелгән «Урал» мотоциклының тәгәрмәстәрен сисеп: «Колхоз нәмәһе инде, бөтөнләй тутығып бөткән», тип һөйләнә-һөйләнә, тәгәрмәстәрҙең эсенә, тормоз таҫмаларына күп итеп солидол майы һөртөп ҡуйған. Шунан мотоциклын тоҡандырып, ябыҡ торған таҡта ҡапҡа аша үтә сыҡҡан. Майланған тормоздың мотоциклды туҡтата алмауын белмәгән шул. Әмәлгә ҡалғандай, шунда Нуриман ағайға тап булған һәм уға ҡушамат «йәбештергән».
Бер мәл, яҙғы сәсеү осоронда, колхозға яңы партком секретары һайлап ҡуйғандар. Механизаторҙар менән таныштырыу өсөн баҫыуға уны колхоз рәйесе алып килгән. Өҫтөнә күн куртка, галифе салбар, аяғына ялтырап торған хром итек, башына урыҫтарҙыҡы кеүек картуз кейеп, башын бер яҡҡа эйеңкерәп атлап киткән был кешегә Нуриман ағай ҡарап торған да, шым ғына:
— Ай-һай егеттәр, был шпион булып ҡуймаһа ярар ине, —тигән.
Шунан алып был парткомға «Шпион» ҡушаматы йәбеште лә ҡуйҙы. Үҙе бик яҡшы кеше булды. Халыҡ уны яратты, ул да Хәлил яғын үҙ итте, ситкә китмәне, шунда төпләнде. Һуңынан ҡулланыусылар идаралығында әҙерләүсе булып эшләгәнендә әбейҙәр «Шпион» улым һарыҡ тиреләре алмаймы икән тип һорашыр булған.
Нуриман ағайҙың кейәүҙәре
Колхозда иң ҙуры булған Хәлил бригадаһы бригадиры ярҙамсыһы булып оҙаҡ йылдар Нуриман ағай эшләне. Хужалыҡтың төп көсө һаналған бөтә бригада механизаторҙары өсөн Нуриман ағай яуаплы булды. Ул йылдарҙа трактор, тағылма техника, ремонт өсөн кәрәк-яраҡ, яғыулыҡтың күплеге иҫ китмәле ине. Баҫыу ситтәрендә ҙур-ҙур цистерналар менән дизель яғыулығы, бензин, мискә-мискә төрлө майҙар ултырыр ине. Уларға бер кем дә рөхсәтһеҙ теймәй торғайны. 1950-1970 йылдарҙа ауылдарҙа халыҡтың автомашинаһы булманы тиерлек, мотоциклдар иҫәпле генә. Яғыулыҡ мул булғас, кәрәк саҡта һорап барһаң, үтенесеңде кире ҡаҡмайҙар. Шулай булырын белһәк тә, кәрәк булһа, һәр саҡ Нуриман ағайҙан рөхсәт һорай инек. Ул: «Ҡустым йә улым, мискәнең кранын нығыраҡ ябып кит», тип әйтер ине.
Ҡыҙыл һәм Дарыулы йылғаларының тәмле һыуын эсеп, гүзәл тәбиғәтле Сағыл, Ирәндек тауҙары ҡосағында үҫкән һылыу ҡыпсаҡ ҡыҙҙарының күбеһе, тыуып-үҫкән ерҙәренән айырылырға теләмәй, кейәүҙәрен эйәртеп алып ҡайта ине. Улар шунда уҡ үҙ кешеләр булып, колхоз эштәренә лә ихлас ҡушылалар. Күбеһе механизаторҙар булғас, Нуриман ағай етәкселегенә беркетелә. Уларға яратып ҡына, урыҫ милләтенән булһа «урыҫ кейәү», татар икән «татар кейәү» тип өндәште Нуриман ағай. Ә аҡ йөҙлө, гелән ҡупшы ғына кейенеп йөрөгән кейәүен «һылыу кейәү», күк күҙле, һары бөҙрә сәсле тракторсыны «француз кейәү» тип йөрөттө. Ваҡыт үтеү менән халыҡ уларҙың исемдәрен бөтөнләй онотто: һәр саҡ ҡушаматтары менән өндәштеләр. Улар ҙа үҙҙәре лә өйрәнеп бөттө, үпкәләмәй торғайнылар.
Ғүмер буйы техника менән эшләгәс, ныҡышмалы, эшкә яуаплы ҡараған Нуриман ағай үҙенә беркетелгән комбайн-тракторҙың көйләнеүен яҡшы белде. Шуға ла юғары белемле инженер-механиктарҙың белемдәре һайыраҡ булһа, уларға «Ағас инженеры» тиер ине. Ә тимерлеккә ут тоҡандырып эшләргә йыбанған тимерсеһен «Туң тимер оҫтаһы» тип атаны. Кешегә ниндәй генә ҡушамат таҡһа ла, Нуриман ағай уларҙан көлөп мыҫҡыллау өсөн түгел, ә тура килеп, тап уға килешеп торғаны өсөн әйтә ине. Шуға ла үҙе шаян, йор, һүҙле, ихлас, абруйлы Нуриман ағайҙы барыһы ла яратты, бер кем дә уға үпкәләп йөрөмәне.
«Комбайн»
Башланғыс класта уҡытыусы балаларҙан урып-һуғыу осорондағы машина-тракторҙар тураһында һорай икән. Ҡайһығыҙ комбайн күргәне бар тигәс, Ғәйнетдин: «Апай, мин күрҙем, мин күрҙем» тип сыҙамай ҡулын күтәрә икән. Уҡытыусы: «Йә, Ғәйнетдин, һөйлә әле нимә ул комбайн?», — тиеүенә уҡыусыһы былай тип яуап биргән: «Ул тимерҙән эшләнгән шундай ҙур машина, күрше Сабирйән ағайҙың тракторы саҡ һөйрәп йөрөтә. Комбайндың эсе тулы һоло була икән, беҙ, атайым менән станциянан ҡайтҡанда унан арбаға ике тоҡ һоло һалып алдыҡ». Иртәгеһен колхоз рәйесе Ғәйнетдиндәрҙең өйөнә килеп: «Шәриф- йән ағай, комбайндан алып ҡайтҡан теге ике тоҡ һолоны келәткә алып барып тапшыр инде», — тигән. Ул йылдарҙа, иген күп булһа ла, закон бик ҡаты ине, әҙ генә рөхсәтһеҙ алған өсөн яуапҡа тарттыралар ине. Ғәйнетдин ҡайҙан белһен инде, уҡытыусының рәйес ҡатыны икәнлеген. Әммә уға ғүмерлеккә «Комбайн» ҡушаматы йәбеште.
«Шибилит»*
Һуғыштан ҡайтҡан оло апа өйөн ипләргә теләп, улына мүк алып килергә ҡушҡан. Улы көрәк-һәнәген арбаһына һалып сығып киткән. Апа улын көтә-көтә көн уҙғарған. Байтаҡ ваҡыттан арбаһына тиҫтерҙәрен ултыртып алған егет ҡайтып ингән. Ләкин арбала бер ниндәй ҙә мүк юҡ икән. Улы: «Яҡын-тирәләге тауҙарҙы ҡыҙырып сыҡтым, бер ерҙә лә мүк тапманым тигән. Атаһы улына ҡарап торған да: «Эй, улым, улым, аяғыңда шибилит, ҡулыңда сәғәт — мүк тауҙа түгел, һаҙҙа үҫә бит», — тип көлгән. Ят һүҙ булғанғамы, әллә ҡыҙыҡ өсөнмө, бергә йөрөгән иптәштәре егеткә «Шибилит» тигән ҡушамат тағып ҡуйған.
*Туфлигә оҡшаған аяҡ кейеме — оло кешеләр сит яҡтан алып ҡайтҡан һүҙ.
Марат ХӘЛИСОВ.
https://oskon.info/news/t-rl-n-n/2024-08-23/tyu-an-t-y-k-tarta-en-3892419