Бер нисә ауылға инеп, автобус эсе халыҡ менән шығырым тула. Инәй күнәкте алдына алырға мүжбүр була.
Автобус ҡуҙғалғас, бала менән баҫып торған ҡатын:
– Инәй, күнәгеңде иҙәнгә ҡуйып, баланы ҡулыңа алһаң, яҡшы булыр ине, – тип үтенә. Инәй ауыр итеп көрһөнөп ҡуя ла:
– Эй балаҡайым, бик алыр инем дә, мин бит шуферҙең күкәйен тотоп ултырам! – тип яуап бирә.
Өйөнә ҡайтҡас, бабайы юлдан ҡайтҡан әбейен йәлләп:
– Нисек кенә ҡайтып еттең, әбей? – тип һорай икән.
– Хатта һәйбәт ҡайттым! Шуфер күкәйен тоттороп ҡуйҙы ла, бер кем дә аптыратманы, – тигәс, бабайҙың күҙҙәре аҡайып, тотлоға-тотлоға:
– Һуң, нумерен ҡарап ҡалдыңмы?– тип һорай. Әбей аптырай төшә.
– Юҡсы, күкәйҙең дә нумеры буламы ни? Ошо йәшемә етеп, нумерлы күкәй күргәнем юҡ!– тип яуап биргән.
https://ye102.ru/articles/litra/2024-06-21/auyl-m-kt-re-ilen-r-him-itege-1205937