Уларҙы саҡ күтәреп касса янына килтереп һала. Кассала ултырыусы ҡыҙ:
– Зачем так много берете? Эти конфеты у нас всегда есть, – ти икән. Инәй русса бик яҡшы белмәһә лә, мәрйәләр менән «уҡытып» һөйләшә:
– Бускай, бускай, һана! Ейән-ейәнсәрҙәрем күп, – тип яуап биргән. Ҡыҙ һанап бөткәс:
– 15 тысяч, – тигәс, ике күҙе биш булған Мөслимәнең.
Ул ваҡытта уның пенсия аҡсаһы өс мең һум да юҡ ине әле.
Мөслимә инәй:
– Хәҙер, – тигән дә, бөтә нәмәһен ҡалдырып, малайы эргәһенә йүгергән.
– Кәнфиттәр арзан булғанға, балалар килгән һайын бирермен тип, бер сумка кәнфит алғайным, мине ауыл бисәһе тип, алдамаҡсы булды, ахыры! Әллә яңылыш һананымы икән? Бар әле, киренән һанат! – тип улын индереп ебәргән.
Баҡтиһәң, кәнфиттәрҙең аҫтына йөҙ грамдың хаҡы яҙылған булған икән!
Фото: build-experts.ru