+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
28 Сентябрь , 15:00

"Тракторы чепуха ул!"

Бер тракторсы ағай ауылға утын алып ҡайтып килгәнендә йылға кисе­үен­дә йөгө-ние менән бата. Бер нисек тә сыға алмай аптыранып ултыр­ғанын­да быны арттан бер егет йөк маши­на­һында ҡыуып етә. Тракторҙы маши­на­ға тағып һөйрәтеп сығарырға булалар.

"Тракторы  чепуха ул!"
"Тракторы чепуха ул!"

Лә­кин һөйрәткән саҡта машина трак­тор­ҙы яңылыш ауҙара тарта ла ҡуя. Теге егет ҡото осоп йүгереп килһә, ағай ке­ше бысраҡҡа буялып, һүгенә-һүгенә кабинанан имгәкләп сығып килә. Егет ни эшләргә белмәй:
– Ағай, ҡайһы яҡҡа ҡасайым икән? – тип һорай ти.
– Һиндә ҡасыу ҡайғыһы, атаң башы малай! Ә минең бәлә бында!
– Трактормы?
– Тракторы чепуха ул! Бына өр-яңы туфли әрәм булды!

"Мальчики пиннули, наверно"


Уҙған быуаттың 80-90-cе йылдарында, колхоз-совхоздарҙың гөрләп эшләп торған сағында булған был хәл. Ул саҡтарҙа социаль объекттарҙы тө­ҙөү­гә башлыса әрмәндәрҙең шабаш төр­көмдәре йәлеп ителә торғайны. Шулай Кергөрөй (Григорий) исемле кешенең бригадаһы беҙҙең ауылда ферма өсөн биналар һәм мәктәп тө­ҙөп ятты. Көндәрҙең береһендә бы­лар­ҙың эшмәкәрлеген тикшерергә кол­хоз пред­седателе килә. Унан ал­дараҡ тө­ҙөү­­селәр таштарҙан бик бе­йек һәм оҙон итеп стена теҙеп ҡуйған булған. Иртәнсәк килеүгә теге стена ишелеп төшөп ята, ти. Председатель "нимә булды?" тип һорағас, тегеләрҙең прорабы иҫе лә китмәгән төҫ менән "мальчики пиннули, наверно" тип яуаплаған.

Ишдәүләт САФИУЛЛИН.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: