– Вәхиҙә, куфайка бир! – ти ҙә, түҙмәй, яланғас көйө тышҡа йүгерә.
Апайым тышҡа фуфайка сығарып бирә. Бер аҙҙан ишек асылып, Әхмәҙиә еҙнә:
– Вәхиҙә, кәпәс! – тип ҡысҡыра. Апайым кәпәсен сығарып бирә.
Бер аҙҙан еҙнәмдең аяғы туңа башлай. Шунда ғына үҙенең йөн ойоҡбашы менән генә ултырғанын күрә. Тағы ишек асылып китә лә еҙнәм:
– Вәхиҙә, быйма! – тип ҡысҡыра.
Иренең маҙаһыҙлағанына:
– Шул тиклем аптыратырыңды белһәм, ул ашты үҙем генә ашап ҡуйған булыр инем! – тип ҡуя Вәхиҙә апайым.