-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
10 Ғинуар , 11:00

"Бос" ағай

Колхозда шофёр булып эшләп йө­рөй абзыйыбыҙ. Ғаиләһе ипле генә – өс улы һәм ҡыҙҙары бар. Элегерәк колхоздарҙа, булһа, бер автобус була торған ине, уныһы ла механи­заторҙарға һәм баҫыуҙа эшләгән башҡа хеҙмәт­кәрҙәргә төшкө аш ташыу өсөн беркетелгән. Ә теге-был эштәргә халыҡты асыҡ кузовҡа ултыртып йөрө­төрҙәр ине.

"Бос" ағай
"Бос" ағай

Шулай бер саҡ, ағайыбыҙ бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы машинаһының кузовына ултыртып ҡырға эшкә алып китеп бара икән, ҡатын-ҡыҙҙар, кем ултырып бара, кем сүгәләп тигәндәй, йәшерәк ҡыҙ-ҡырҡын тура баҫып, биттәрен елгә ҡаршы ҡуйып, сәс толомдарын елдә туҙҙырып барырға ярата. Китеп барған ерҙән ағайыбыҙ юл буйында ДАИ хеҙмәт­кәрҙәре тороуын күреп ҡала һәм барған килеш кенә машинаның ишеген яртылаш асып, кәүҙәһен турайтып баҫа ла, артҡа ҡарап:
– Боҫоғоҙ! – дип ҡысҡырып ебәрә.
Быны ишеткән ҡатын-ҡыҙ инде ултырған ерҙәренән дә тороп баҫҡан. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре абзыйы­быҙҙы туҡтатып, асык кузовта кеше ултыртып йөрөргә ярамағанын бер нисә ҡат аңлатҡандан һуң, шофёр таныҡлығын алып, штраф та яҙып ебәрә бит инде. Шунан ситкәрәк киткәс, ағайыбыҙ:
– Һеҙ ниңә баҫып бараһығыҙ инде? – тип һорай икән.
– Бәй, һин үҙең бит, “Баҫығыҙ!” – тип ҡыс­ҡырҙың бит, ти икән ҡатын-ҡыҙҙар барыһы бер тауыштан.
Шул хәлдән һуң беҙҙең ауыл халҡы был ағайҙы, бөтөн балалары белән бергә “Бос” ағай, “Бос” малайы, нәҫеле менән “Бос”тар тип йөрөтә башлаған да инде.

Фәнүз ШӘҒӘЛИЕВ.
Әлмәй районы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: