Баҡтиһәң, Ҡашҡат ауылынан (ул ауыл хәҙер юҡ) Иҙрис Рәхмәтуллин, Герман һуғышына алынып, Граждандар һуғышына юлығып, “мылтыҡтың атыуы шарт түгел, шартлауы шарт”, тип байтаҡ ваҡыт һыҙма күтәреп ситтә йөрөп ҡайтҡандан һуң, ауылдаштарына күргән-белгәндәре тураһында, күҙ ҙә йоммай былай тип һөйләгән икән:
“Күрҙе инде был йоморо баш күрмәгәнен, – тигән ул, – нимесеме, ҡыҙылымы, ағымы – шайтан белһен – кем кем менән һуғыша – ҡапыл ғына аңларлыҡ та түгел. Бына, шул ҡойон уртаһында ҡаңғырып йөрөй торғас, ер ситенә барып сығылды бит бер заман. Аяҡ һәлберәтеп, алдымдағы шөҡәтһеҙ бушлыҡҡа ҡарап ултырҙым-ултырҙым да кире боролдом. Ҡайтышлай, бер юлы Николай батшаны ла күреп сығыу ниәте менән, батша һарайына йүнәлдем. Мылтыҡ күтәреп барып инһәм, мин һиңә әйтәйем: “Неүжели, Рәхмәтуллин, был һин?!” – тип һөйләнә-һөйләнә, ҡоласын йәйеп, хөрмәтле батшабыҙ ҡаршыма үҙе килә бит, әй! Етмәһә, мин һине күптән көтә инем, тәки килеп еттең, бик шәп иттең, – тип яҡыная башлағас, мылтығымды күтәргәйнем, – атма инде, Рәхмәтуллин, мин һиңә награда әҙерләп ҡуйғайным”, – тип бына ошоно күкрәккә шап иттереп ҡаҙап та ҡуйҙы инде, – тип Георгийына (Изге Георгий ордены) төртөп күрһәткән дә, – шунан килеп һыйларға тотондо бит әй, өс көн, өс төн эстек. Өйҙә көтәләрҙер тип, саҡ ҡайтып кителде”.
Шулай итеп, “борсаҡ шыттырырға” әүәҫ Рәхмәтуллин уйҙырмаһын тыңларға яратҡандар өсөн батша белешкә әйләнә...