+28 °С
Болотло
Мәҙәктәр
28 Ғинуар 2025, 13:15

Мәҙәктәр

– Бала кемгә оҡшарға тейеш?– Атаһына, әлбиттә...– Иҫәрһең һин, әхирәткәйем! Бала иреңә оҡшарға тейеш! ***

МәҙәктәрМәҙәктәр
Мәҙәктәр

Өйҙә бер бала – ул бандит!
Ике бала – ойошҡан бандиттар төркөмө.
Өләсәй һәм олатайҙар – ҡеүәтле ҡурсалаусы.
Эт-бесәйҙәр – партизан-диверсанттар.
Атай – сәйәси лидер.
Тик әсәй генә бер нисек тә үҙ урынын билдәләй алмай йонсой – әллә ул карателдәр ағзаһы, әллә был буталыштан ҡаза күреүсе.

* * *
– Табип әфәнде, – ти ауырыу, – мин һеҙ әйткәнсә көнөнә уныштар тәмәке тарттым. Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, тәүге көндәрҙә бик ауыр булды.
– Быға тиклем нисәне тарта инегеҙ һуң? – ти табип.
– Ғүмеремдә лә тартҡаным булманы...

***

Ҡытай ғалимдары, 2050 йылға беҙ 20 миллиард буласаҡбыҙ, ти. Минеңсә, был ниндәйҙер бер туҙға яҙмаған хәбәр. Ниңә беҙгә ул тиклем Ҡытай ғалимы кәрәк?

***

Буй еткергән өс ҡыҙ йәшәгән фатирҙа телефон шылтырай. Трубканы ҡыҙҙарҙың атаһы ала.
– Сәләм! Минең балыҡҡайым, был һинме? – тигән тауыш ишетелә.
– Юҡ, – ти атай кеше, – был аквариум хужаһы.

***

Сауҙа агенты көн һайын өйҙән-өйгә йөрөп, тауар тәҡдим итә.
– Яңы мунсала, иҫ киткес еҫле һабын, шәп кремдар.
Бынан тамам биҙгән бер хужа, бүтән ҡаныҡмаһын өсөн һабын һатып алырға уйлай. Ләкин һатыу­сының сумаҙаны буш була.
– Мин бит инде бер йыл тауар тәҡдим итеп шулай ҡысҡырып йөрөйөм. Ләкин берәү ҙә бер нәмә лә алмай, – тип аҡлана егет. – Шуға күрә еңелерәк булһын өсөн буш сумаҙан тотоп йөрөй башланым.
– Берәү ҙә алмағас, ниңә йөрөй­һөң һуң? – тип һорағандар унан.
– Нимәгәлер йәшәргә кәрәк бит, – тип яуаплаған егет.

* * *
Ресторанда. Бер йәш кеше менюҙы ҡарап сыҡҡандан һуң официантты саҡырып ала:
– Һеҙ ресторанда нимә эшләй­һегеҙ?
– Клиенттарҙы хеҙмәтләндерер, ашарға килтерер өсөн, – ти тегеһе.
– Улайһа, – ти ир, – тиҙ генә анау мөйөштәге ашхананан ҡыҙҙырылған тауыҡ алып килегеҙ, һеҙҙә бигерәк ҡиммәт.

* * *
Элек өләсәйҙәр ейәндәренән энә күҙләп биреүҙәрен үтенә ине, ә хәҙер «Класташтар»ҙа урынлашырға ярҙам итеүҙәрен һорай.

Автор:
Читайте нас