+30 °С
Болотло
Мәҙәктәр
21 Февраль 2025, 10:30

Мәҙәктәр

Өйҙә бер бала – ул бандит! Ике бала – ойошҡан бандиттар төркөмө.  Өләсәй һәм олатайҙар – ҡеүәтле ҡурсалаусы. Эт-бесәйҙәр – партизан-диверсанттар. Атай – сәйәси лидер. Тик әсәй генә бер нисек тә үҙ урынын билдәләй алмай йонсой – әллә ул карателдәр ағзаһы, әллә был буталыштан ҡаза күреүсе.

МәҙәктәрМәҙәктәр
Мәҙәктәр

Ҡытай ғалимдары, 2050 йылға беҙ 20 миллиард буласаҡбыҙ, ти. Минеңсә, был ниндәйҙер бер туҙға яҙмаған хәбәр. Ниңә беҙгә ул тиклем Ҡытай ғалимы кәрәк?

* * *
Аҡыллы ир үҙенең «ҡара көн»гә тип йыйған аҡсаһының ҡайҙа ятҡанын мотлаҡ ҡатынына әйтә. Был бер-береңә ышаныcты арттыра, ҡатындың үҙ-үҙен баһалай белеүен иҫбатлай, һәм ғаиләнең иң мөһим килеменә хәүеф янамай.

* * *
– Кисә, – ти бер ир танышына, – урманда ҡәйнәм өсөн өс кәрзин бәшмәк йыйҙым.
– Ә улар ағыулы була ҡалһа?
– Нисек инде – була ҡалһа?!.

* * *
Буй еткергән өс ҡыҙ йәшәгән фатирҙа телефон шылтырай. Трубканы ҡыҙҙарҙың атаһы ала.
– Сәләм! Минең балыҡҡайым, был һинме? – тигән тауыш ишетелә.
– Юҡ, – ти атай кеше, – был аквариум хужаһы.

* * *
Ҡыҙҙар ҡолаҡ менән ярата. Шуның арҡаһында илдә тыуым кәмей...

* * *
Кәнфитте ниңә шул тиклем ҡыштырлай торған ҡағыҙға төрәләр икән? Минең нисек ябығыуым бөтә фатирға ишетелеп тора.

* * *
Әгәр ҙә һеҙ күршегеҙ менән бер тапҡыр ҙа асыуланышмағанһығыҙ икән, тимәк, уның перфораторы ла, музыкаль үҙәге лә, ихатала машинаһы ла юҡ…

* * *
Иван Сусанин Моисей 40 йыл буйына эшләй алмағанды бер көндә эшләгән.

* * *
– Һин бик ныҡ ҡатыһың, ул тиклем үк булырға ярамай.
– Әгәр ҙә мин йомшаҡ булырға теләһәм, диван булып тыуыр инем.

* * *
Өйҙә бер бала – ул бандит!
Ике бала – ойошҡан бандиттар төркөмө.
Өләсәй һәм олатайҙар – ҡеүәтле ҡурсалаусы.
Эт-бесәйҙәр – партизан-диверсанттар.
Атай – сәйәси лидер.
Тик әсәй генә бер нисек тә үҙ урынын билдәләй алмай йонсой – әллә ул карателдәр ағзаһы, әллә был буталыштан ҡаза күреүсе.

* * *
Иң кәйефһеҙ клоундар – Украинала, сөнки сәйәсмәндәр уларҙың бөтә икмәген тартып алды.

* * *
– Табип әфәнде, – ти ауырыу, – мин һеҙ әйткәнсә көнөнә уныштар тәмәке тарттым. Ләкин, дөрөҫөн әйткәндә, тәүге көндәрҙә бик ауыр булды.
– Быға тиклем нисәне тарта инегеҙ һуң? – ти табип.
– Ғүмеремдә лә тартҡаным булманы...

Автор:
Читайте нас