Ә Илдус: “Ярай, Чапаевты хәҙер таныйһығыҙ, күргәндә уның менән иҫәнләшеп йөрөгөҙ!” – тип түбән синыф уҡыусыларына аҡыл да биргән.
Әбей бала табамы?
Беренсе синыф уҡыусыларына уҡытыусы Ҡамыр батыр әкиәтен һөйләй, ти. “Борон-борон заманда әбей менән бабай йәшәгән, уларҙың балалары булмаған...” Шул урынға еткәс, алғы партала ултырған бер ҡыҙыҡай: “Ииий, апай, нисек әбей менән бабайҙың балаһы булһын инде”, - тип уҡытыусыны бүлдергән. Был һүҙҙәр тәжрибәле уҡытыусыны ла уйға һалған.
Р. Шәрәфетдинова.
Фото: tolyatti-tur.ru