Тамаша ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бер-бер артлы бейеү, ҡыҙҙарының таҡмаҡтары, шиғыр һөйләү сығыштары ҡабатлана, моңло йыр ғына етмәй. Йырһыҙ концерт – тоҙһоҙ аш кеүек тип, клуб мөдире бейеүсе һәм концертты алып барыусы Сәғиҙәне йырларға күндерә. Нимә эшләһен инде Сәғиҙә, концертты еренә еткереп ҡуйырға кәрәк, “моңло” тауышы менән ғүмерендә беренсе тапҡыр халыҡ алдына сығып йырларға йөрьәт итә.
Сәхнә түренә сығып баҫа ла, күҙҙәрен йомоп, әҫәрләнеп йырлай башлай. Эй, йырлай бейеүсе: һуҙып та ебәрә, дәртле урындарында аяғы менән тыпырҙатып та ала – моңая ғына. Бына бер заман йыр тамамлана, ҡыҙыбыҙ, бик матур йырланым буғай, тигән уйҙарына һөйөнөп, күҙҙәрен аса. Һәм ни күрһен: залда бер тамашасы ла юҡ, Миңлениса инәй генә илап ултыра икән.
– Инәй, ни булды? Һеҙҙе илатҡансы, шулай моңло йырланыммы? – тип аптырап һорай Сәғиҙә.
– Эй, кисә кәзәм юғалғайны. Ул шулай йәмһеҙ, ҡотһоҙ итеп баҡыра торғайны. Кәзәм иҫемә төштө-ө-ө, – тип, тағы ла ярһып иларға тотона Миңлениса инәй.
Бына шулай, ауыл халҡы оҙаҡ онота алмай ул концертты, бигерәк тә, бейеүсенең йырлағанын.
Айһылыу СИРБАЕВА.