–Алырһың, еңгәй, алырһығыҙ, оло кешеләр һөтһөҙ сәй эсә аламы ни... Үҙем алып барып торормон...
–Рәхмәт, килен, һүҙемде йыҡмаҫыңды белһәм дә, алдан иҫкәртеп ҡуяйым, тиеүем дә...
Ике ҡатын һөйләшә-серләшә урындыҡта оҙаҡ итеп сәй шөрпөлдәтте...
–Килен, теге ҡыһыр Аҡбашым быҙаулап торған бөгөн төндә! Ҡайнағаң малға сыҡҡайны: “Әбей, һыйырың быҙаулаған, һөйөнсө!” – тип ҡыуанып килеп инде. Ышанмай, кейенә һалып, кәртәгә сыҡһам, һыйырым эргәһендә быҙауы тора... Алай ҙа кәртәбеҙ йылы, юҡһа, туңыр ине... Йәһәтләп усаҡлығыма ут яға һалып, быҙауға урын әҙерләп, сәйгә ултырҙыҡ...
–Бына ҡалай яҡшы булған! Әтеү көналдын ҡайғыра инең, еңгәй. Ағы-түле насип булһын!
Кискә табан Бибиямал инәй тағы көйәләнеп килеп хәбәр һалды:
–Ҡайнағаң менән борҡ туҙып ирешеп, йәнем көйөп, илаулап һеҙгә килдем әле, – ишектән инеү менән хәбәрен теҙҙе инәй. – Төш алдынан быҙауҙы усаҡлыҡҡа индереп, сәйгә йөгөндөк. Төштән һуң сығып ҡараһам, быҙауым зым-зыя юҡ. Бабайға инеп әйтһәм, уныһы: “Ҡыһыр һыйырыңды быҙаулатҡас, шул инде,” – тисе... Ирештек тә киттек. Быҙау түгел, әллә ен булдымы икән, килен?
–Ыста, мейес артына инеп тормаймы быҙауығыҙ? Ҡайҙа булһын ул?!
–Юҡ, ҡарамаған ер ҡалманы... Аптыраҡ...
Бибиямал инәй көйөп-янып, илаулап, ҡайтып китте...
–Таптыҡ быҙауҙы, килен, һөт йылытып эсерҙем дә, тағы һеҙгә йүгерҙем... – Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан инәйем ихлас йылмайып ишекте асты. – Ҡайнағаң менән аптырашып торһаҡ усаҡлыҡта, иҙән аҫтында бер нәмә дөбөрләй. Ҡайнағаң тиҙ генә мөгәрәп ҡапҡасын аса һалды. Ҡараһаҡ, юғалған быҙауыбыҙ мөгәрәптә йөрөй! Шатлығымдан илап ебәрҙем хатта... Баҡһаң, яңы аяҡлап йөрөгән быҙау ҡапҡастың ситенә баҫҡан да, аҫҡа төшкән дә киткән икән. Ә ҡапҡасы кире ябылған да ҡуйған... Һеҙҙе лә бимазалап бөттөм инде...
–Табылғас, бик һәйбәт, еңгәй! Насип мал булһын!
–Иртәгә ыуыҙ ҡоймағы килтерермен әле, Алла бирһә! Бөгөнгә мына, улыма кәнфит-печенье! Инәң шулайтып алъяй ҙа йөрөй ул, балам...
Бибиямал инәй, көлә-көлә хәбәрен һөйләп, ҡайтырға ашыҡты...