– Исеме нисек була ҡыҙыңдың? – тигән һорауға атай кеше албырғап ҡала – иҫенән сыҡҡан да ҡуйған. Эй баш вата, эй баш вата, юҡ, иҫенә төшмәй ҙә ҡуя. Аптырағас:
– Эй, бер Зиләһе бар ине шунда, — тип һала. Силсәүиттәгеләр күмәкләп уға ярҙам итергә тотона: Тәнзилә, Айзилә, Миңзилә, Нурзилә, Ғәзилә... һ.б. Ғәзиләлә туҡтайҙар.
Фәнзилә мәктәпкә барғансы метриканы асып ҡараусы булмай – ҡыҙ тояғын «йыуып» ҡайтҡан атай Ғәзилә тураһында иҫкәртергә онота. Мәктәптә генә Фәнзиләбеҙ Ғәзиләгә әйләнә. Булһа ни, Зиләһе бар бит инде. Ҡыҙ ҙа, исем дә матур, берәү ҙә һуҡранманы.