Бер көн ҡалала йәшәгән улы менән килене ирле-ҡатынлы абруйлы ғына ҡунаҡтар алып ҡайтты. Улының өлтөрәп тороуына ҡарағанда, пеләш башлы ирҙең ниндәйҙер ҙур түрә икәнлеген шундуҡ аңланы Рәжәп ҡарт. Ҡарсығы әҙерләгән ауыл һыйына күстәнәстәрҙе ҡушҡас, өҫтәл батшаларҙыҡынан һис кәм булманы. Килендәре лә бығаса күрһәтмәгән оҫталығын күрһәтергә тырышты шикелле. Ул үҙе менән матур аш сервизы, ҡара көмөш сәнске-бысаҡтар алып килеп, һәр ҡунаҡтың алдына матур итеп теҙеп ҡуйҙы. Быны күргәс, Рәжәп ҡарт эстән генә: “Тәрилкә тигәне түңәрәк тә түгел, дүрткел бит әле”, – тип ҡунаҡтарҙан уңайһыҙланып, көйәләнде.
Мәжлес башланғанда өй хужаларын да ситтә ҡалдырманылар. Матур итеп таныштырҙылар, бик шәп тостар әйтелде. Рәжәп ҡарт менән ҡарсығы ғына өҫтәл артынан йәһәтерәк һыпыртыу яғын ҡараны. Сөнки “гарадскуйҙар” шикелле, кәритәләй тәрилкәгә бер семтем аҙыҡ һалып, уны сәнске менән бысаҡ тотоп киҫкеләп ултырыуҙы белмәнеләр – шунан оялып, бер-береһенә ҡараштылар ҙа, йомош тапҡан булып ситке бүлмәгә шылдылар.
Иртәгеһенә килене, юлға әҙерләнгән ыңғайға, ҡәйнәһенә эш тейҙермәҫкә тырышты. Үҙенең һауыт-һабаһын һөртөп-йышып, теүәлләп сервантҡа теҙҙе.
Ҡунаҡтар таралышҡас, ҡарт менән ҡарсыҡ иркенләп, үҙҙәре өйрәнгәнсә генә ашап-эсеп алды. Улдарының ҡәнәғәт булып ҡайтып киткәненә икеһе лә шат ине.
Ашҡа доға ҡылғандан һуң, ғәҙәте буйынса, Рәжәп ҡарт йәнә яйы киткән бысаҡтарҙы барлай башланы. Улар араһында кисә килене алып килгән береһе лә бар ине. Үҙҙәрекен үткерләгәс, теге “ҡунаҡ” бысаҡҡа ла етте сират. Рәжәп ҡарт баш бармағының бите менән бысаҡтың йөҙөнә баҫып ҡараны – бер ни аңламаны. Бысаҡтың йөҙө тимер киҫкәндәй, ажыр-быжыр булып бөткән. Күҙенә яҡын килтереп тә, йыраҡ тотоп та ҡараны, ышанмағас, йүгереп кенә өйҙән күҙлеген алып сыҡты.
– Әй-й-й, әттә генәһе! Мынау бысаҡ кисә ҡунаҡтарға эләккән булһа, ҡайһылай оят! – тип, кисә үк күҙ һалмағанына әсенә-әсенә ялтыр һаплы быжыр бысаҡты сарға тотто. Сарға тейгәс, оҙаҡ ҡына дығырҙап, бирешергә уйламаһа ла, Рәжәп ҡарттың ҡулына килеп эләккәс ни, быжыр бысаҡ тип-тигеҙ булып ҡалды. Бармағының битен батырып үткерлеген тикшергәс, ҡарттың күңеле булды. Бысаҡтарҙы йыйып өйгә алып инде. Ҡарсығының серемгә китеүен күреп, шым ғына йөрөнө. Килененең бысағын сервантҡа, башҡалар янына һалды. Унан тауыш сығармаҫҡа тырышып, икенсе бысаҡты ҡулына алды.
– Аһ, быныһы ла быжыр бит! Уәт, суҡынғыр малай, исмаһам минән күреп өйрәнһә ни булған?! Киленде ошо бысаҡтар менән интектерә икән. Ҡунаҡтар нимә тип ҡайтып киткәндер инде… Эшлекһеҙ! – тип, эстән генә улын һүкте. Бик һаҡ ҡына ҡалған бысаҡтарҙы ла йыйып алды ла, аяҡ осонда ғына тағы сары янына ашыҡты.
Улы менән килене ике аҙна ҡайта алманы. Өсөнсө аҙна тигәндә, ҡайтып төштөләр.
Рәжәп ҡарт улына теге бысаҡтар хаҡында нисек итеп күңелен ҡыймай ғына әйтергә икән, тип баш ватты, сейә төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы ла, улын саҡырып алды.
Шул арала өйҙән сәйер тауыштар ишетелде:
– Билләһи, килен, бер кем дә теймәне посудаңа. Нисек ултыртып киткәнһең, шулай ултыра.
– Ҡәйнәм, мин һуҡыр түгел дә баһа. Бына, үҙең ҡара, ышанмаһаң.
– Атаҡ-атаҡ, бысаҡ – бысаҡ инде. Береһе, йә булмаһа, икәүһе юҡ, тиһәң, аптырар инем, барыһы ла урынында.
– Бына, былайтып кем тигеҙләп бөттө һуң?
– Нимә, берәй ере кәкре булырға тейеш инеме әллә?
– Юҡ, улар зубчатый булырға тейеш. Хәҙер улар сыйылып, формаларын юғалтып бөткәндәр. Ҡара һуң.
– Ә-ә-әллә шул… Беҙгә килгәндә, шулай зубшатай инеме ни?
– Эйе! Улар итте, отбивнойҙы ҡырҡырға уңайлы бит.
Шул ерҙә Ғәйниә әбей ихата яңғыратып тамаҡ ҡырҙы.
Атай менән улдың ҡараштары осрашты. Икеһе лә төшөндө – эштең нимәлә икәнен аңланылар. Атаһын яҡламаҡсы булып улы торорға уйлағайны ла, Рәжәп ҡарт уны ишара менән кире ултыртты. Ҡапыл ҡулына бысаҡ тотоп болдорҙа күренгән Ғәйниә менән килененә ҡарай атланы.
– Килен, тыныслан. Бында мин ғәйепле. Үтмәҫ бысаҡ күрһәм, яман ғәҙәтем бар шул – үткерләргә тотонам. Атайым мәрхүм дә шундай ине. Был ғәҙәт өсөн гел маҡтала торғайным әле мин, – тине Рәжәп ҡарт.
Үҙ хәбәрсе.