абораторияла быҙауҙы тикшереп, диагноз ҡуйғандар. Әммә үләкһәне кире алып ҡайтып китергә ҡушҡандар. Ветеринар ни эшләһен инде — быҙауҙы алып, ҡайтырға сыҡҡан. Көнө буйы арып йонсоған кеше электричкаға ултырыу менән йоҡлап киткән. Уянһа, сумаҙандан елдәр иҫкән! “Һай, ҡайһылай шәп булды бит, нисек кенә ун километр юлды күтәреп алып ҡайтыр инем”, — тип еңел һулаған, ти, хужа.
“Һай, шәп булды бит әле” тигән лаҡап ҡына тороп ҡалды.
В. ҺӘҮБӘНОВ.
ӨТӨР
Беҙҙә бесәнде үҙ малдарына ла, дөйөм хужалыҡҡа ла ҡуна ятып әҙерләйҙәр. Ашарға аҙыҡ-түлек бөтә башлаһа, һәр кем өйөнә нимә кәрәклеге тураһында хат яҙа ла, берәүҙе ауылға ҡайтаралар.
Шунда берәү хат яҙған: “Шәкәр, сәй, икмәк, тәмәке, һалма...” Ҡатыны һорағандарын ебәргән, ләкин тәмәке һалмаған. Ире ҡайтҡас, былай тип туҙына икән: “Оятҡа ҡалып бөттөм, тәмәкене онотҡанһың!” Ҡатыны иһә: “Аһ-аһ, үҙең шәкәр, сәй, икмәк, тәмәке һалма, тигәнһең бит”, — тип аптырай, ти. Беҙҙең яҡта туҡмасты “һалма” тип атайҙар.
Бына шулай, ҡатыны өтөргә иғтибар итмәгәс, бабай тәмәкеһеҙ ҡала.
К. ВӘЛИЕВА.