-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
12 Август 2025, 14:56

«Бомбардировщик»

Элек ауылда Баба Маша исемле инәй йәшәне. Алама ғына мунсаһы була торғайны. Шунда көн дә яғып ингән була, сөнки мунсаны ныҡ яратты. Шуны ла әйтергә кәрәк: элек кешенең кәртә арты асыҡ булып, аҙбар, мунса айырым ултырыр ине.

«Бомбардировщик»
«Бомбардировщик»

Бер юлы Айҙар ағай «ҡырын тейәп» тракторы менән бесәндән ҡайтып килә икән. Йоҡлап киткәндерме әллә күҙе томаланыпмы, әбейҙең мунсаһына төкөгән.
Иҫке мунсаның бер стенаһы емерелеп төшкән. Тап шул ваҡытта йыуынып ултырған Баба Маша ҡото осоп, сыр яланғас көйөнсә, бомбяяяят, тип ҡысҡырып сығып ҡасҡан, ти.
Һуңынан Айҙар ағай, әлбиттә, әбейгә яңы мунса эшләште, тик бик күп йылдар буйы унан, Баба Машаның һөйәре, тип көлдөләр. «Бомбардировщик» тигән ҡушамат та таҡтылар.

М. НАЗАРОВ.
Әбйәлил районы.

«Атағыҙҙы уҡытыр инем»
Һабантуй бара. Бер әбей ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереүҙә ярышмаҡсы була. Ләкин ҡалаҡты тешләй алмай, сөнки тештәре юҡ. Кешеләрҙе көттөрөп, 5 – 10 минуттай тора был. Судья ҡыҙ асыуланып та, әрләп тә ҡарай, юҡ – һаман китмәй. Булдыра алмағас, теге судья ҡыҙ запастағы ҡалағын, йомортҡаһын алып, ярышты дауам итергә була. Ә инәй ситкәрәк китеп, һаман да ҡалаҡты тешләргә маташа. Булдыра алмағас: «Тешем юҡ, тешем булһа, атағыҙҙы уҡытыр инем», – тип янай. Йәнәһе, берәүҙе лә еткермәй инде артынан. Хәҙер берәй нәмә килеп сыҡмаһа, беҙҙә  «Тешем юҡ, тешем булһа, атағыҙҙы уҡытыр инем», – тиҙәр. 


Гөлбикә ТАНҺЫҠҠУЖИНА,
Ейәнсура районы.

 

Автор:
Читайте нас