-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
19 Август 2025, 12:20

Көтөү таҡмаҡтары

Тиҙҙән ауылда көтөүсе эҙләй башлаясаҡтар. Шуға тиклем таҡмаҡтар өйрәнеп ҡуяйыҡ әле. Һыйлы көнөң һыйырҙа тип,Һыйыр көткән булабыҙ.Кешенеке вүле йөрөй,Беҙ көтөүгә ҡыуабыҙ.

Көтөү таҡмаҡтары
Көтөү таҡмаҡтары

Ҡашыңдың ҡаралары,
Тар икән аралары,
Сазнателней булып үҫтек
Ысталин балалары.

Ала һыйыр көйөштә,
Ҡара һыйыр үрештә.
Шыпа һыйыр көтмәгәндәр
Ҡотолдолар ҙур эштән.

Алдар алғанда ғына,
Гөлдәр алғанда ғына,
Күтәрелә күңелдәрем
Һыйыр һауғанда ғына.

Их, түҙер - ләритә,
Ритә йәҙер - ләритә.
Әллә көндәр тиҙ үтәме
— Сират килә лә етә.

Һәр көн һайын һыуҙар һибәм
Сәскәле гөлдәремә,
Ҡайҙа уҡыталар икән
Көтөүсе һөнәренә?

Аҡса биреп яллап булмай
Ауылда көтөүсеһен,
Әллә аҡса яратмайҙар,
Әллә һыйырҙың еҫен?
Их, түҙер - ләритә,
Ритә - йәҙер - ләритә.
Һыйыр көтәм, тигән булып,
Йәйҙәр үтә лә китә.

Таңһылыу Вәлиева.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-04-05/k-t-ta-ma-tary-3205005

Автор:
Читайте нас