-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
26 Август 2025, 15:45

Мәҙәктәр

Стоматология клиникаһында йәш ҡыҙ тешен яматып сыға һәм түләргә касса эргәһенә килә. Кассир:– Ғәфү итегеҙ, һеҙгә бирер өсөн 250 һум аҡса етмәй, бәлки, пломбалар менән алыр­һығыҙ? – ти. Ҡыҙ, аптырап:– Нимә менән? Нимәгә ул миңә? – ти.– Һеҙ ҙә үҙ магазинығыҙҙа ҡалған аҡсаны тәмәке тоҡандырғыс йә шырпы менән ҡайтараһығыҙ бит, ә мин тартмайым, – ти кассир.

Мәҙәктәр
Мәҙәктәр

***

 Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны иренә, – минән йәшереп йыйған аҡсаңды табып, әхирәттәрем менән ресторанда туҙҙырҙыҡ.
– Бик яҡшы булған. һиңә яңы шәшке тун алырбыҙ тип йый­ғайным…

***

Ике «яңы урыҫ» машинанан сыға, ашығып, асҡысты алырға онота, ә ишек бикләнә. Береһе:
– Әйҙә, сүкеш менән асып ҡарайыҡ, – ти.
– Һин нимә, тирә-яҡтағылар, сит машинаны ваталар, тип уйлап, полиция саҡыртасаҡ, – ти икенсеһе.
– Улайһа, бысаҡ менән тәҙрәне ҡайырайыҡ.
– Юҡ. Кешеләр беҙҙе, шул тиклем дә иҫәрҙәр, тип уйлаясаҡ.
– Тиҙерәк уйлайыҡ инде, көслө ямғыр килә бит, ә беҙҙең машинаның люгы асыҡ ҡалды...

* * *
Граждандар оборонаһы дәресе бара. Уҡытыусы:
– Балалар, мине иғтибар менән тыңлағыҙ: сирена һыҙғыра, һауа тревогаһы иғлан ителә...
Бөтә уҡыусылар ҙа парта аҫтына төшә. Бер уҡыусы ғына бер ни булмағандай ултыра.
– Ильяс, һин нимә эшләп ултыраһың?
– Һуғышта геройҙар ҙа булғанын оноттоғоҙмо ни?

***

– Әҡлимә, үҙең, тутыйғошом һөйләшә белә, тигән булаһың. Һиңә нисәнсе ҡат киләм, әле бер генә һүҙен дә ишеткәнем юҡ, – ти әхирәте.
– Ул бик аҡыллы ҡош, шуға кем эргәһендә һөйләшергә, ә кем янында телен тыйырға икәнен белә, – тигән хужабикә.

***

Ике әхирәт осраша. Береhе, ғәжәпләнеп:
– Абау, әллә тағы ауырлыhың инде?
– Эйе.
– Кемдән?
– Элекке ирем, мине ике бала менән ташлап киткәне өсөн ғәфү үтенергә тип, инеп сыҡҡайны.

Автор:
Читайте нас