Ә икенсеһе ҡайным тураһында улда мәрхүм инде. Ҡайным мунсанан сығып килә, ә үҙе беҙҙән һорай: мунсаға ниндәй һабын алып барҙығыҙ?-- ти. Йыуғысҡа ла, тәнгә лә ышҡып ҡарайым бер ҙә күпермәй, һабыны ла сыҡманы, тип аптырай. Баҡтиһәң, ул үксә ышҡый торған пемзаны һабын менән бутаған, әллә себерҙән ҡайтҡан ҡыҙым яҡшы һабын алып ҡайтҡан микән тип уйлап бөттөм ти. Әле лә ҡайным менән ҡәйнәмдең ҡыҙыҡ
ваҡыттарын осрашҡанда һөйләп, көлөшөп иҫкә алабыҙ.
Урындары йәннәттә булһын!!!
Д. Юлыҡова.