-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
22 Октябрь 2025, 13:25

Рәхәтләнеп көләбеҙ

СССР осоронда ауыл мәктәбендә уҡытыусы бер уҡыусының имтиханда яҙған иншаһын тотоп, директорға килгән. "Уҡығыҙ, ни эшләйек", тип. Иншала - хап-хаталы биш кенә һөйләм ти: "Аттестат бирһәгеҙ ҙә, бирмәһәгеҙ ҙә, мин Әнүәр ағай кеүек тракторист булам. Миңә "икеле" ҡуйған уҡытыусыларға утын-бесән килтермәйем". Директор уҡытыусыға: "Хаталарын төҙәтеп, "өслө" ҡуй. Киләсәкте уйлайыҡ", - тигән. Хәйбулла районында булған был хәл. * * *

Рәхәтләнеп көләбеҙ
Рәхәтләнеп көләбеҙ

Туҡталышта автобус көтөп торған ир янына урта йәштәрҙәге сибәәәр генә бер ҡатын килеп баҫа ла, һүҙ ҡуша:
- Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең балаларымдың береһенең атаһы шикелле, яңылышмаһам...
Ҡото осҡан ир, янында тағы ла берәйһе юҡмы, уға өндәшәләрме тип:
- Мииин! Минме!? Мин һеҙҙе...
- Тынысланығыҙ! - ти теге ҡатын, - Мин - уҡытыусы!

***
Төн уртаһында уҡыусы бала "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" уҡытыусыһына шылтырата:
- Эйе, Морат. Нимә булды?
- Һаумыһығыҙ, һеҙ йоҡлай инегеҙме?
- Әлбиттә! Төнгө өстә йоҡламай нимәшләргә була һуң?!
- Шиғыр ятларға...

***
Ир эшенән еппәртә һуғып ҡайтып инә лә, ҡатынын ҡулынан етәкләп, һөйрәкләп тигәндәй, йоҡо бүлмәһенә индереп карауатҡа ауҙара... Ҡатыны шаҡ ҡатҡан! 20 йыл тороп та бындай хәлдең булғаны юҡ!..
Артабан ире ҡатынының өҫтөнә юрған ябып ебәрә! Ике-өс секундтан юрған аҫтына үҙе лә килеп инә лә:
- Ҡара! Дисплейы яна торған сәғәт һатып алдым! - ти.

***
Ике рядовой полиция хеҙмәткәре адрес буйынса барғандар ҙа, аҙ-маҙ хәлде асыҡлағас начальниктарына шылтыраталар, ти.
- Нимә булған унда һеҙҙең?! - тип екерә начальник.
- Үлтерергә маташыу. Ир, 38 йәштә, әле генә йыуылған иҙәнгә баҫҡаны өсөн бисәһе алты тапҡыр таба менән башына һуҡҡан... Ашығыс ярҙам хеҙмәте ирҙе дауаханаға алып китте әле генә...
- Бисәһен ҡулға алдығыҙмы?
- Юҡ әле, иҙән кипкәнен көтәбеҙ!

***
Фатирға саң һурҙырғыстар рекламалаусы килеп ингән дә, ишек эргәһендә үк иҙәнгә үҙе менән тотоп ингән сүп-сарҙы туҙратып ебәргән:
- Әгәр саң һурҙырғысым тап-таҙа итеп һурҙырмаһа, ашап бөтөрәсәкмен!
Хужа ҡатын аш-һыу бүлмәһе яғына атлағанын күреп, сос егет:
- Ханым! Ханыыыым, ҡайҙа киттегеҙ? - тип һорай. )))
- Ҡайҙа-ҡайҙа, аш ҡалағы алып киләм! Кисәнән алып өйҙә ут юҡ!..

***
Ике әбей әхирәттәренә ҡунаҡҡа барған, ти. Уныһының хәтере насар икән. Шуға ул, онотмаҫ өсөн, аш-һыу бүлмәһенең ишек башына "сәй эсергә" тип яҙып ҡуйған. Әхирәттәренә бер тапҡыр сәй эсергәс, яҙыуҙы күреп тағы ла эсерә икән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатланған. Әхирәттәре сәй эсеп, ҡайтырға сыҡҡан. Беренсеһе икенсеһенән:
- Әнисә ни эшләп беҙгә сәй эсермәне икән ул?!
- Атағатаҡ! Беҙ Әнисәлә булдыҡмы ул?

***
Бер ир бала табыу йортона килә. Уның янына шәфҡәт туташы төшә.
– Ҡотлайым! Һеҙҙең малай! 4200 ...
Теге ир янсығынан 4200 һум сығарып:
– Ҡарале, 4200 генә! Зәрә ҡиммәт тә түгел!

Автор:
Читайте нас