***
Ире менән ҡатыны тәмле төштәр күреп, таңғы йоҡоға сумған. Бер ваҡыт ҡатынының терһәген супылдығы сығарып, кемдер ауыҙына ҡабып алған. Ҡатын йоҡо аралаш аптырап китә, был ней аҙап?! Нимә икән тиһә, ире икәнен аңғарып ҡала. « Нимә эшләйең ул?»,- тиһә, итле һөйәк кимереп ултырамдаһаң»,-ти ире йоҡо аралаш. Алайҙа ғына уянып киткән ҡатыны, юҡһа,төшөндә ысынында ҡатынының терһәген кәнде генә кимереп ҡуяр ине.
***
Элек Мәғниткә ат менән йөрөгәндәр. Ҡайтышлай, бер ағай аэропортҡа һуғылған. Ауылдашы һирәк кенә Өфөгә осҡан самолётҡа анау тиклем сираттан билет ала алмай илай яҙып тора икән. Был хәлде ишеткән теге ыздарауай, әзмәүерҙәй башҡорт ире аэропортҡа килеп инә. Етмәһә, кейеп алған елде толобон да сисмәй, еңелсә «төшөрөп» алған ағай, теге сиратта торғандар алдына барып баҫа ла, мәрйәләрҙең күҙен аҡайтып, кассир ҡыҙға: « Мы горные, дикие, деревянные, атдай два билет!»-тип, билет алып,ауылдашына ярҙам итеп ебәрә. Анауындай «деревенский»беҙ тип әйтергә теләгән «деревянный» ирҙән ҡалайтып ҡурҡмаһындар инде, йәһәт кенә билетен бирә һалып ҡотолғандар барыһы ла. Аҙаҡтан теге ағай: «Мин аэропортҡа барһам, теге кассир ҡатын мине гелән танып, көлөп, иҫәнләшеп тора ул», -тиеп ғорурланып һөйләр булған.
***
Ауылыбыҙҙан бер инәй Әғзәм апаға эйәреп шәлен һатырға баҙарға бара. Урыҫса ҡайҙан ғына белһен инде ул замандағы беҙҙең әсәй-атайҙар.Мәрйәләр шәлде тотоп ҡарай ҙа, хууудооой тиҙәр икән. Инәй шәлең һәйбәт тип әйтәләр икән тип , «кәнишне худой» тей ҙә ҡуя икән. Апа килеп: «Кәнишнә худой тигәсең, алмайҙар инде шәлеңде тип, урыҫса шәп белгәстен, маҡтай-маҡтай һатышып ебәрә шәлен.
***
1950-се йылдарҙа педтехникум бөтөп, Үтәгәнгә уҡытырға бара Йосоп ағай Мамлеев. Ялға йәйәүләп ҡайтып йөрөй. Ял көнө кире китә Үтәгәнгә. Ҡыш көнө һуңлап эңер төшөүгә яҡынлаша ауылға. Ней күҙе менән күрһен, алда юл уртаһында бүре ултыра икән.Сәстәре ҡурҡыштан үрә тора, тиҙ генә кеҫәһенән бәкеһен тартып сығара ағай. Ней алға, ней артҡа китергә түгел бит. Бүре лә ултыра бирә, ағай ҙа ҡыбырламай ҡатҡан икән. Бүре Йосоп ағайҙы йәлләйҙер күрәһең, юл биреп, китеп бара. Тағы ялға ҡайтып килә ағай, был булған ҡурҡыныс хәлде, алдында теге бүре ултырамы ней, ҡабаланып тороп,шәп-шәп итеп иптәштәренә һөйләп: «…бүренең кеҫәһенән бәкеһен тартып сығарҙым»,-тип ысҡындыра бит яңылыш ҡына. Бына шуны көтөп, әҙер генә ултырған иптәштәре- минең ағайҙар элеп алалар бит. Ул инде уларҙың яратҡан лаҡабына әйләнеп китә. Сит ҡалаларҙа йәшәгән ағайҙарым отпускыға ҡайтып төшһә(улар 3-әү ине), Йосоп ағайҙар ҙа 3-әү, бергә килә һалып етерҙәр ине лә, теге «бүре еҫәһенән бәкене нисек алғаныңды һөйләле Йосоп, тип, тағы шул ҡыҙыҡты көн оҙоно һөйләп көлөрҙәр ине. «…кеҫәһенә ҡулыңды тығып йылытып алдыңмы, әй? Эсе йөндөкәй генә инеме?Фәлән-фәсмәтан тип осһоҙ-ҡырыйһыҙ һорауҙар менән башын ҡатыралар. Йосоп ағай ҙа бирешмәй. Шулай ҙа көлә-көлә арып, көйөп ҡайтып китер ине лә, шул әҙере кире килеп, тағы ҡыҙыҡтарын дауам итерҙәр ине мәрхүмкәйҙәр. Йосоп ағай үҙе лә фантазияға шәп, өҫтәп һөйләп, һындарын ҡатырыр ине. Барыһы ла һуғыш йылы балалары булдылар, баласаҡтағы илап иҫкә алырлыҡ тормош ауырлыҡтарын көлкөгә әйләндереп, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәҫ ине уларҙың. Йәндәре йәннәттә булһын!