– Килен, бар әле Мирғәле абзыңдан бер-ике ус ҡомалаҡ алып ҡайт, Ҡәйнәң икмәккә әсетке яһамаҡсы ине, үҙебеҙҙеке бөтөп киткән икән, – тип әйт.
Килене уңғанлығын күрһәтергә тырышып, сығып та саба. Тиҙҙән буш ҡул менән урап ҡайта. Ҡапҡа төбөнә үк сығып уны түҙемһеҙләнеп көтөп торған Нурғәле үҙенең мутлығы барып сыҡҡанына ҡыуанып, эстән генә Ҡомалаҡ Мирғәленән көлә-көлә:
– Ныу, килен, барҙыңмы, һораныңмы? – ти түҙемһеҙләнеп.
– Бик бирер инек тә ул, ҡомалаҡты өй башына кибергә элгән ерҙән сәспсектәр суҡып бөткән, тине Мирғәле абзый, – тип яуаплай килене.
Бындай хәлде көтмәгән Сәпсек Нурғәле рәхәтләнеп көлөргә тип асҡан ауыҙын оҙаҡ ҡына яба алмай торған, имеш.