-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәктәр
9 Февраль , 14:05

КӨЛ ДӘ КӨЛ

ЯРАЙЙәш кенә егет мулланан һорай икән:- Мулла бабай, мин кәләш алдым... Миңә башҡа ҡыҙҙарға ҡарарға яраймы?- Ярай.- Ә пляжға барырға яраймы? Унда яланғас ҡыҙҙар күп бит!- Ярай.- Ә кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарға ҡарарға яраймы?- Ярай!- Ә нимәгә ҡарарға ярамай?!..- Сварканың ялҡынына ҡарарға ярамай, улым... Сваркаға! Сваркаға ҡараһаң - күҙең бөтә! - ти. БАР ИНЕ МАТУР САҠТАРЭскәмйәлә ике әбей ултыра. Береһе – икенсеһенә:- Бар ине беҙҙең дә йәш, матур саҡтар – бигерәк тә мин. Ә хәҙер ҡартайҙыҡ, ямаҡландыҡ – бигерәк тә һин.

КӨЛ ДӘ КӨЛ
КӨЛ ДӘ КӨЛ

ҺАЙЛАҒАН
Бер ҡарт һайлау участкаһына килә лә:
– Ҡыҙым, минең әбей тауыш бирҙеме ул? – тип һорай.
– Хәҙер ҡарайбыҙ, бабай... Ә, эйе, бына, һайлап киткән. Нимә, бабай, айырым тораһығыҙмы ни?
– Юҡ та, әбейем 10 йыл элек үлгәйне. Шулай ҙа, отчеттарҙан күренеүенсә, һайлауға йөрөй икән... Үҙен бер нисек тә осрата алмайым...

ЙЫЛ ДА БЕР ТУН
Ике дуҫ һөйләшә.
– Ҡатыным йыл һайын яңы тун һорап йонсота.
– Шул тиклем тунды нимә эшләтә һуң?
– Белмәйем. Әлегә берҙе лә алып биргәнем юҡ.

КИРЕ ҠАЙТЫРҒА ЕТМӘЙ
Ир менән ҡатын талаша. Ҡатыны:
– Түҙер әмәлем ҡалманы. Бөгөндән үк әсәйемдәргә ҡайтып китәм.
– Бар, бар! – ти ире. – Күптән кәрәк ине, юлыңа аҡ йәймә! Бына һиңә юллыҡ аҡса, ысҡын бынан!
Ҡатыны аҡсаны һанап ҡарай ҙа:
– Бында бит барып етерлек кенә. Кире ҡайтырға ла бир!

МУТ БАБАЙ
Бер бабай, бахмурҙан башы ауыртып, әбейенән баш төҙәткес һорай, ти. Әбей ныҡ тора, "Шиш! Етәр һиңә!"– ти икән.
– Бирмәһәң, хәҙер өйөңде бысам! – тип, бабай "Дружбаһын" дырылдатып, төҙөп ятҡан өйөнөң стенаһын быса башлаған...
Әбей ҡурҡышынан йәһәт кенә бер ярты сығарып биргән...
Баҡтиһәң, бабай алдан уҡ бурала тәҙрә урындарын билдәләп ҡуйған булған икән.

НИҢӘ ТАЛАШМАЙҘАР?
– Сәриә, беҙ, күршеләрегеҙ, аптырай башланыҡ... Өс көн инде ирегеҙ менән талашҡан тауышығыҙ сыҡмай. Берәй хәл булдымы әллә?
– Юҡ. Беҙ асыуланышып, бер-беребеҙ менән һөйләшмәй йөрөйбөҙ.

УҢМАҒАН
– Кейәүгә сыҡҡанһың икән тип ишеттем. Иреңдән уңдыңмы?
– Юҡ. Ирем ни бешеренә белмәй, ни иҙән йыумай.

ӘЙТМӘ
– Һин бит минең ни өсөн илағанымды ла белмәйhең, hорамайhың да, – ти ҡатыны, асыуланып. – Ниңә илағанымды әйтәйемме?
– Юҡ, юҡ! Әйтмә, миндә ул тиклем аҡса барыбер юҡ, – тигән ире.

АЛМАШТЫРҒАН
Фәрит ҡатыны менән театрҙа ултыра, ти. Шәп спектакль бара! Бер мәл ҡатыны танауын сырыштыра-сырыштыра еҫкәнергә тотона. Фәриткә уҫал ҡараш ташлап, шыбырҙап ҡына:
– Мин һиңә өйҙә әйттем бит! Нәскиең һаҫыған, алмаштыр тип!
– Амаштырҙым, бисәкәй! Һинең ышанмаҫыңды алдан уҡ белдем инде, бына ҡара, кеҫәгә һалып алып килдем шуның өсөн!!!

https://vk.com/id136724901?w=wall136724901_8344

Автор:
Читайте нас