

ШАЯРЫУ
Бер ир дуҫы менән барҙа эсеп ултыра. Дуҫы:
– Ҡатыныңа шылтыратып шаяртып алайыҡ әле, 1 апрель бит!
Ир:
– Ярар, һуңынан мин һинекенә шылтыратырмын.
Дуҫы уның телефонынан һөйләшә.
Ҡатын:
– Мин һиңә борсомаҫҡа ҡуштым бит, кәңәшмә бара. Бушамайым.
Дуҫы:
– Ғәфү итегеҙ, ләкин ирегеҙ әле генә машина аҫтында ҡалды.
Ҡатын:
– Үлдеме?
Дуҫы:
– Юҡ, иҫән. Дауаханаға алып киттеләр.
Биш минуттан һуң ир дуҫының телефонын алып, уның ҡатынына шылтырата. Ҡатын шунда уҡ:
– Сәләм, ҡәҙерлем! Миндә бик шәп яңылыҡ бар! Светканың ире эсеп иҫереп машина аҫтында ҡалған! Светка ресторандан өйөнә һыпыртҡан! Һөйәре менән! Билдәләргә!
Р. БОХАРБАЕВ.