

Доктор тикшерә лә:
– Диагнозығыҙ асыҡ – һеҙҙә «Май симптомы».
– Ул ни тигән һүҙ?
– Был – йыл буйы диванда ятып, бер көндә бөтә донъяның картуфын ултыртырға тырышыуҙан килеп сыҡҡан ауырыу. Дауаһы берәү – «Һәнәк» журналының яңы һанын уҡығыҙ!
– Нишләп?
– Көлгәндә бөтә мускулдар эшләй башлай, радикулит та бөтә!