

Ярамағанмы миңә?!
Беҙҙең Ташаҫты ауылында икешәр әбейле өс ҡарт йәшәй ине. Ифрат ғәҙел булды улар: әбейҙәр бер-береһенең балаларын ҡарай, бабайҙарын алмашлап тәрбиәләй.
Элегерәк көндәш ҡатындарҙың береһе шым ғына муллаға килгән. Күрәһең, үҙен ҡыйырһытылған итеп тойғандыр инде. Иренең яратмауына зарлана, ти. Бер ҡаҙаҡ май, бер тәңкә аҡса килтергән, бетеү өшкөрөп биреүен үтенгән. Мулла шаяныраҡ булғандыр инде:
"Уны һөйҙө ни миңә,
Быны һөйҙө ни миңә.
Бер тәңкә аҡса, бер ҡаҙаҡ май —
Ярамаймы ни миңә?" —
тигән “бетеү” яҙып биргән.
З. МЫРҘАГИЛДИНА.
https://bash.bashgazet.ru/obshestvo/7540-laaptar.html