

ТҮЛӘШӘБЕҘ
Ике ауылдаш осрашҡан:
Беләһеңме, мин хәҙер – «һанлы» кеше.
– Нисек?
– Бөтә документтарымды телефонға күсерҙем. Паспорт, СНИЛС, права – барыһы ла шунда. Хатта ҡатынымдың фотоһын да скан эшләп шунда ҡуйҙым.
– Ҡатыныңдың фотоһын ниңә?
– Гаишник туҡтатһа, тиҙ генә күрһәтәм: бына, тим, минеке. Штрафты уға яҙҙырығыҙ!
– Ә ул?
– Ул да минең фотоны йөрөтә икән. Шулай итеп, беҙ бер-беребеҙҙең штрафтарын түләшәбеҙ. Ғаилә бюджеты өсөн уңайлы!