

Асыҡланған: атайым видеозвонокты оҫта ҡабул иткән, әммә үҙенең камераһын нисек һүндерергә белмәгән. Ә хужаһы уның өҫтөндәге иҫке футболканы, яланаяҡ булыуын, өҫтәүенә, эш урынында түгел, ә өйҙә икәнен күргән.
Хәҙер атайым телефонды «шпион» тип атай. Һәм иң мөһиме – хаҡлы бит!
ИҒЛАН
Коллективығыҙҙа тәртип урынлаштырырға теләйһегеҙме? Беҙ ярҙам итәбеҙ!
Бер көнгә беҙҙең кешене начальник итеп ебәрәбеҙ. Ул:
Ҡырыҫ йөҙ менән кабинеттан сыға;
Өҫтәлгә ҡул менән туҡылдата;
«Һуңғы тапҡыр иҫкәртәм» тигән серле һөйләм әйтә;
Бер кемде лә эштән ебәрмәй, әммә барыһы ла үҙҙәре ғариза яҙырға әҙер була.
Хаҡы – килешеү буйынса. Даими клиенттарға – ташламалар. Пенсионерҙарға – пенсионер-түрә.