

Һатыусылар һәр ваҡыт хаҡ яҙыуҙарын яңыртып тора. Һатып алыусыларға ла аҡсалағы һандарҙы үҙгәртеп яҙырға рөхсәт бирһендәр ине.
● ● ●
– Официант, ашымда итек олтаны, тәгәрмәс покрышкаһының киҫәге, бензин һурпаһы, шешә бөкөләре!
– Был аш диңгеҙ продукттарынан әҙерләнгән, нимәләр тоттоҡ – шунан бешерҙек.
● ● ●
– Беҙҙең фирмала енси яҡтан бер ниндәй тигеҙ хоҡуҡтан мәхрүм итеү юҡ: барыбыҙға ла бер төрлө аҙ түләйҙәр.
● ● ●
– Улым, һин тиҙҙән мәктәпте тамамларһың, инде үҙеңә һөнәр һайлар ваҡыт. Әсәйең менән һинең табип булыуыңды теләйбеҙ.
– Һин нимә, атай! Мин бит хатта себен үлтерергә лә йәлләйем!
● ● ●
Һалҡын һәм ҡайнар һыу счетчиктарын тикшереү бындай һөҙөмтәгә килтергән: йәшәүселәр ҡайнар һыуҙы ҡулланып ҡына ҡалмайҙар, уны яңынан һыу үткәргес торбаға ағыҙалар икән.
● ● ●
Бер ир – икенсеһенә:
– Мин һәр ваҡыт, алай-былай артығын «ебәрһәм», өйгә ҡайтарып ҡуйһындар тип, кеҫәмә адресым яҙылған ҡағыҙ һалып ҡуям.
– Унда нимә яҙаһың һуң?
– Мәскәү. Кутузов проспекты.
– Һуң һин бит Силәбелә йәшәйһең!
– Эйе, Силәбелә. Тик шулай ҙа бер нисә тапҡыр Мәскәүгә илтеп ташлағандары булды!