-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҡәлдәр тарихынан
19 Ғинуар 2018, 17:33

Май сүлмәге тышынан билдәле

Май заводының директоры булып эшләй башлағас, Нәғимов иң элек үҙенә яңы өй һалды...

"Һәнәк", № 12, 2017.


Май сүлмәге тышынан билдәле

Май заводының директоры булып эшләй башлағас, Нәғимов иң элек үҙенә яңы өй һалды. Иномарка һатып алды. Ихатаһын бейек ҡойма менән уратып алғас, уны ҡаймаҡ төҫлө ап-аҡ буяуға буяп ҡуйҙы. Хәҙер ауылдаштары уның хужалығына ҡарап: “Май сүлмәге тышынан билдәле”, — ти.


Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Рафиҡ бер урында оҙаҡ эшләмәне: йә һөнәрен оҡшатманы, йә төрлө хилафлыҡтары өсөн ҡыуҙылар, йә ҡыуылғансы үҙе китте.

Ҡырҡҡа еткәс тә “Рафиҡ” булып ҡалған Рафиҡ йәшелсә складына йөксө булып эшкә керергә килде. Хужа уның хеҙмәт кенәгәһен иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, счетта ниҙер иҫәпләне лә: “Ҡырҡ өсөнсө эшкә кереп, етмешенсе һөнәр үҙләштермәксеһең икән”, — тине.

— Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, иптәш мөдир, — тип яуап бирҙе Рафиҡ эре генә.


Бер ярманан

өйрә булмай

Зифәт ашханала эшләй. Аш бешерә. Тәүге мәлдә складтан күпме аҙыҡ-түлек алһа, шуларҙың барыһын да ҡаҙанда ҡайнатып, кешеләр алдына ултырта ине лә, һуңға табан ит-туҡмас, сәй-шәкәр ҡаҙанға һыймай артып ҡала башланы.

Көн һайын ашхананан ауыр-ауыр сумка күтәреп өйөнә ҡайтҡан Зифәт кәүҙәгә лә нығынды, көс ултыртты һәм көрәш буйынса беренсе разряд нормаһын үтәне. Оҫта көрәшә ул: тикшереүгә килгән ревизорҙарҙы ла салҡан һала, иҫләмәгәндә килеп сыҡҡан контролерҙар ҙа һуҙылып ятырға мәжбүр була... Ләкин беренсе һәм һуңғы тапҡыр Зифәт отолдо. Тикшереүселәр ул бешереп аҙапланған өйрәнән, күмәк тырышлыҡ менән, япа-яңғыҙ ары-бире йөҙөп йөрөгән берҙән-бер тары ярмаһы тапты. Хәҙер инде кемдер ҡайҙалыр бешергән аштарҙы ашарға тура киләсәген аңлаған Зифәт: “Бер ярманан ғына өйрә булмай икән шул”, — тип һуңғы һүҙен әйткән, имеш.


Һыйырҙы юртаҡ

итеп булмай

Әҙис инде иллегә етһә лә, мотоцикл түгел, велосипед рулен дә тотоп ҡарағаны юҡ. Автомашинаны тракторҙан китапҡа ҡарап ҡына айыра ул.

Бына шул кеше һыйырын һатып машина алды. Ялтырауыҡ, теҙгенде саҡ ҡына ебәрһәң дә елдертә торған “Жигули”ҙы Әҙистәрҙең ихатаһына керетеп ҡуйҙылар. Таҙа булһа ла, йыуҙылар.

Үҙе генә ҡалған Әҙис, ауылды бер урап киләйем әле, тип машинаһына ултырҙы ла тиҙлеккә һалды — машина урынынан һикереп ҡуҙғалды һәм ҡапҡа бағанаһына барып бәрелде. Артыҡ зыянлы түгел, әле йөрөрлөк.

Үҙе генә ихатанан сығырына ышанмағас, күршеһенән (ул шофер булып эшләй) машинаһын урамға сығартты һәм китте Әҙис урам буйлап. Артынан туҙан ғына өйөрөлә, юлдағы ҡош-ҡорттар, пырылдап, ситкә оса, кешеләр саҡ йүгереп юл биреп ҡала. Иллә рәхәт машинала елдереүҙәре! Һабантуйҙа сабышҡан юртаҡтарың ситтә торһон.

Инде кирегә боролорға ла ваҡыт — Әҙис шартлатып тормозға баҫты ла рулде ҡырт һулға борҙо. Аптырап ҡалған машина, шып туҡтап, шәп айғырҙар һымаҡ, артын өҫкә сөйҙө.

Әҙис, йәнселгән, иҙелгән машинаһын тракторға тағып, өйөнә алып ҡайтып бара ине. Урамдағы халыҡ, уны ҡыҙғанып, баш сайҡай. Ә кемдер шул саҡ:

— Һыйырҙы юртаҡ итеп булмай шул, — тигән, имеш.


Беҙ ҡапсыҡта ятмай

Йәрмәйев итекселәр-ситекселәр артелендә эшләй. Уны күккә күтәреп маҡтамаһалар ҙа, ергә ятҡырып, насар эшләй, тип һүкмәйҙәр. Арыҡ ат кеүек бер көйгә тырҡ-тырҡ бара ла бара. Алға ла сыҡмай, артҡа ла ҡалмай.

Шулай эшләй ине ул, тик һуңғы ваҡытта ауырый башланы — Йәрмәйевтең бармаҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре кәкрәйә. Хужаһына табан. Эшкә ярарлыҡ күн, тире киҫәктәре, беҙ һәм еп шул ҡәһәр кәкре бармаҡҡа эләгәләр ҙә хужаһының өйөнә эйәреп ҡайталар.

Кәкре бармаҡтар эләктергән әйберҙәрҙе башта кеҫәләренә тултырып өйөнә ташыны Йәрмәйев. Һуңғараҡ улар сеткаға ла һыймай башланы. Инде һуңынан урланған әйберҙәрҙе ҡапсыҡҡа тултырырға кереште итексе-ситексе Йәрмәйев. Уның эштәре лафа ине, ул өйөндә лә итек-ситек тегеп һатты.

Тик бер көндө генә проходнойҙа ҡапты Йәрмәйев. Күн, кейеҙ киҫәктәре менән бергә ул ҡапсығына бик шәп беҙ ҙә һалған ине — шул, ҡәһәр, ҡапсыҡты тишкән дә, урлайҙар, тип вахтерға иламһырап ҡарап тора, имеш.

Шул көндө, инде тейешле урынға килтерелгәс, тейешле рәсми ҡағыҙҙарға ҡултамғалар ҡуйғас, Йәрмәйев барлыҡ ҡылған ҡара эштәренә: “Беҙ ҡапсыҡта ятмай икән шул”, — тип йомғаҡ яһаған, тиҙәр.


Ғәли ҒАТАУЛЛИН.
Читайте нас: