-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Барлыҡ яраштырыр...

Яратышып ҡауышҡан Гөлшат менән Илшат бик татыу, башҡаларға үрнәк ғаилә булып йәшәй ине, донъялары етеш һәм түңәрәк булды.

Барлыҡ яраштырыр...
Барлыҡ яраштырыр...

Илдең ҡиблаһы үҙгәргәс, уларҙың тыныс тормоштарына әллә ни булды, бер-береһенә ауыр һүҙҙәр әйтеү, талаш-ыҙғыш ғәҙәти хәлгә әйләнде. Бөгөн дә Гөлшат ирен һөмһөрө ҡойолоп ҡаршы алды.
– Нимә, бөгөн дә аҡса алып ҡайт­ма­ныңмы?
– Юҡ, сейф буш, ти хужа. Икенсе ай­ға, бәлки, булыр, ти.
– Балаларҙың ипотекаһын нисек тү­ләйбеҙ инде, һатыр әйберҙәребеҙ ҙә ҡалманы.
– Үҙҙәре түләһен, үҙебеҙҙең бурыстар ҙа баштан ашҡан, – тине Илшат һәм ниңә өндәшкәненә үкенеп бөтә алманы.
Һуңғы йылдарҙа осон-осҡа көс-хәл менән генә ялғап йәне ҡыйылып бөткән Гөлшат ҡыҙҙы ла китте, әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы. Илшат та төшөп ҡал­ғандарҙан түгел, ҡатынының бер зәһәр һүҙенә уны менән яуап ҡайтарҙы.
Әле ҡасан ғына мул тормошта һөйөшөп, яратышып ҡына йәшәгән ир менән ҡатындың бөгөн килеп тәҙрә быялаларын зыңлатып талашҡандарын ишеткән күршеләрe: «Шулай шул: барлыҡ яраттыра, юҡлыҡ талаштыра», – тине.

Ғәли ҒАТАУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: