+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кеше ҡатыны...

Был ойошмала төшкөлөктө ашарға өйҙәрендә әҙерләп алып килеү ғәҙәткә кергән.

Кеше ҡатыны...
Кеше ҡатыны...

Бөгөн дә ул тәртип боҙолманы, ваҡыты еткәс, өҫтәлдәренең бер мөйөшөн бушатып, шунда ризыҡтарын ҡуя башланылар. Тәмле тамаҡ Мөлөк: «И-и минең бисәкәй маладис та инде, мантыйын да, кәтлитeн дә бешереп eбәргән. Бешерергә тиһәң, уға ҡуш инде», – тип ҡатынын маҡтап алды. Уға тауыҡ ҡанаты ялап ултырған Усман ҡушылды:
– Юҡ инде, егеттәр, бешереү яғына килгәндә, минең Мәҙинәгә еткән ҡатын юҡтыр ул, уға әйттең – йәнең ни теләй, шуны момент әҙерләп бирә.
Уларҙың һүҙен табала ҡыҙҙырылған ғына түгел, ҡыҙҙыра торғас күмерләнеп ҡатҡан колбаса киҫәктәрен ашарға аҙапланған Нәби бүлдерҙе.
– Һи, һеҙҙeкеләр пүстәк, минекенә етмәй инде – кеше ҡатыны бешергәнсе, көйҙөрөп алырға ла өлгөрә ул минең ҡатын, – тине ул өлгөр һөйгәнен маҡтап.

Ғәли ҒАТАУЛЛИН.

Фото: ru.pngtree.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: