Балаларҙың йәки дөйөм кешелектең аң-зиһене үҙгәрә барыумы был әллә йәштәр үтә ҡуҙғыусан булып киттеме? Әсәләре әйткәнгә үсегә, ғауға ҡуптара, өйҙән сығып китә йә һөйләшмәй йөрөй ала бөгөн бала. Бындай хәлдәр инде ниндәйҙер сиктән сығыуға иҫәпләнмәй икән хәҙер, ә ата-әсәнең балаһы менән эш итә белмәүен генә күрһәтә. Әхлаҡи тәртиптәр ҙә, хоҡуҡи төшөнсәләр ҙә шулай икән.
Беҙҙең бала саҡта ла ата-әсәләр ул тиклем ҡаты һәм артыҡ талапсан түгел ине бит инде. Үҙебеҙ ҙә бик тыңлаусан булманыҡ, шытып сығып барҙыҡ. Шулай ҙа әсәйҙең һыҙырып әрләгәнен шым ғына көтөп тора торғайныҡсы. Әрләүҙән үтеп был берәй нәмә менән эләктереп ебәрмәһен ине, тип кенә бөршәйәһең дә ултыраһың. Яҙыла башлаһа йүгереп йөрөп ярарға тырышаһың, ниндәй сәбәптән эләккән – шул сәбәпте айырыуса ентекләп башҡарыуға тотонаһың. Бер ниндәй үпкә юҡ, үс юҡ. Сығып китеү ҡайҙа ул? Йәки ҡарышыу?!
Әле килен булғанда ла, ҡәйнәм ҡайһы саҡ барыбыҙҙы ҡуша елгәреп ташлай торғайны. Вис ирең-балаларың, ҡайынбикә-ҡайнағаларың менән бергә лә әрләнеп ҡалаһың. Сәбәбе була бит инде тормошта. Өндәшмәй генә тыңлайһың. Был артыҡ көймәһен, ауырып китмәһен, хәтере ҡалмаһын тип, әйтерең булһа ла телеңде тешләйһең. Сөнки уның хоҡуғы бар. Сөнки ул оло кеше. Ул ошо балаларҙы табып үҫтергән һәм әҙәм иткән. Хатта ул артыҡ хаҡлы булмағанда ла, аҙаҡ үҙеңсә эшләреңде белһәң дә, ҡаршылашыу юҡ.
Әлеге йәшәйештә баланың ата-әсә алдындағы күндәмлеге кәмегәндән кәмей бара. Артыҡ үҙ аллылыҡ һәр ваҡыт та файҙаға ғына түгелдер, тип уйлайым мин. Бәлки яңылышамдыр ҙа...
Ә үҙем мин “боронғо” әсәй. Балаларымды күҙ ҡарашы менән генә лә наказать итә һәм йүгертеп ебәрә алам💪🏻. Шулай ҙа улар менән серҙәш һәм дуҫ булыуҙы алға ҡуям.
Һеҙҙең хәлдәр нисек, дуҫтар? Балаларығыҙ тыңлаймы?
М. САЯҒӘФӘРОВА.
Фото: recipesok.ru